+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2022, 14:00

Башҡортостандағы берҙән-бер Ҡумыҙ музейына Роберт Заһретдиновтың исеме биреләсәк

Роберт Абдрахман улы ваҡытында яҡташтарына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләк эшләгән – үҙенең бай ҡумыҙ коллекцияһын тапшырған. Шуның нигеҙендә Мәсетле тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡумыҙ залы барлыҡҡа килгән, бөгөн уны Ҡумыҙ музейы тип йөрөтәләр.

Бында 300-ҙән ашыу ҡомартҡы, Ер шарының 30 иленән 70-тән ашыу төрҙәге ҡумыҙ, фәнни әҙәбиәт, фотолар, ҡумыҙ моңо яҙылған аудио һәм видеокассеталар, дисктар тупланған.

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан РеспубликаһыМәсетле районының Әжекәй исемле башҡорт ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәттәге тауыштарға оҡшатып уйнарға өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлеген, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлай.

1969 йылда Роберт Абдрахман улы Өфө музыка-педагогия училищеһынының баян класында эшләй башлай. Был инструмент өсөн 300-ҙән ашыу пьеса ижад итә. Ошо осорҙа уның ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы ҡабат уяна. Музыкант уйын ҡоралдарын үҙе яһай башлай, уларҙың яңы төрҙәрен уйлап сығара, камиллаштыра.

1991 йылда Роберт Заһретдинов Саха Республикаһында ЮНЕСКО ойошторған II Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивалендә ҡатнаша, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. Унда музыкант 22 илдән килгән 200 башҡарыусы араһынан беренсе урынды яулай һәм махсус бүләк — алтын ялатылған платинанан авторҙың үҙенә генә исемләп эшләнгән ҡумыҙ ала.

1998 йылда ул, баһалама ағзаһы булараҡ, Австрияға халыҡ-ара фестивалгә бара, унда «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был уға бар донъяның теләгән бер музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәресе күрһәтеү хоҡуғын бирә. Роберт Заһретдинов АвстрияБолгарияБельгияГолландияПольшаШвейцарияла ошондай дәрестәр бирә. ГерманияИталияМонголияНорвегияШвейцария һәм Финляндияға гастролдәр ойоштора.

Роберт Заһретдиновтың репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр була: башҡортурыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙ өсөн эшкәртмәләре, башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, үҙенең ижад емештәре.

«Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» әсбабы өсөн Роберт Заһретдинов «Джордж Сорос исемендәге халыҡ-ара премия»ға лайыҡ була. «Мелодия» фирмаһының пластинкаларына, компакт-дискыһына яҙҙырылған Р. Заһретдинов башҡарыуындағы әҫәрҙәр Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы фондында һаҡлана.

Арҙаҡлы ҡумыҙсы оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 1 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[

https://bash.news/bash/news/178284-bashkortostandagy-berzen-ber-kumyz-muzeyyna-robert-zakhretdinovtyn-iseme-birelesek

https://ba.wikipedia.org/wiki/Заһретдинов_Роберт_Абдрахман_улы

Башҡортостандағы берҙән-бер Ҡумыҙ музейына Роберт Заһретдиновтың исеме биреләсәк
Башҡортостандағы берҙән-бер Ҡумыҙ музейына Роберт Заһретдиновтың исеме биреләсәк
Башҡортостандағы берҙән-бер Ҡумыҙ музейына Роберт Заһретдиновтың исеме биреләсәк
Автор:
Читайте нас: