+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2022, 10:20

«Ҡорос» театры - Аҡмулланың тыуған яғында

-

«Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исемен йөрөткән «Ҡорос» театры документаль факттарға һәм тормош ваҡиғаларына нигеҙләнгән «Аҡмулла» бер актлы спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы, тип хәбәр иткәйнек. Премьера күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында үткәйне.

Спектакль халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға, шулай уҡ Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арнала. Режиссеры, сценарий авторы — «Ҡорос» халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.

Ошо көндәрҙә иһә «Ҡорос» театры әлеге спектакль менән Миәкә һәм Бишбүләк райондарында гастролдә булды.

«Аҡмулланың тыуған яғында - Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәнең үҙәк мәҙәниәт һарайында, шулай уҡ олуғ мәғрифәтсенең әсәһенең тыуған төйәгендә - Бишбүләк районы Айыт ауылының Илдар Ғимаев исемендәге күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә сығыш яһаныҡ. «Ун туғыҙынсы быуат стилендәге матур костюмдар, декорациялар, артистарҙың ихлас башҡарыуы... Спектакль бик шәп килеп сыҡты, йөрәктәргә үтеп инде», тип тамашасыларыбыҙ бик юғары баһа бирҙе. «Беҙҙең яҡтың үҙебеҙгә генә хас булған йолаларын сағылдырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!» тип ихлас һөйөндө, рәхмәт белдерҙе Миәкә районы халҡы.

Гастролдәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән һәр кемгә - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Рөстәм Сәлим улы Баяновҡа, милли ойошманың төп белгесе Ләйсән Фларит ҡыҙы МостафинағаБашҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортона, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡоваға, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Тәлғәт улы Сәғитовҡа; шулай уҡ артистарҙы ихлас ҡаршы алып, һый-хөрмәт күрһәткәндәре өсөн Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғановҡа, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Хәлил Хәбирьял улы Мәхийәновҡа, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зариповҡа ҙур рәхмәт!

Театрыбыҙҙың етәксеһе Илнур Флүр улы Лоҡманов спектаклде Аҡмулланың тыуған төйәгендә күрһәтеү теләге менән янып, ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуға күп көс һалды. Уға ҙур рәхмәт!» - тип хәбәр ителә яҙмала.

«Ҡорос»тарҙы уңышлы гастролдәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ошолай тамашасыларын ҡыуандырып эшләүҙәрен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_51897

 

«Ҡорос» театры - Аҡмулланың тыуған яғында
«Ҡорос» театры - Аҡмулланың тыуған яғында
Автор:
Читайте нас: