1 июндә Балаларҙы яҡлау көнөндә «Торатау» конгресс-холында «Арт-Ҡоролтай. Балалар» күргәҙмә-форумы уҙасаҡ. Проект Башҡортостан Республикаһында «Арт-Ҡоролтай» форум хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларға ярҙам итеүгә, уларҙы үҫтереүгә, киләсәктә һөнәр һайлай алырлыҡ һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Тәүге «Арт-ҡоролтай» 2021 йылда Өфөлә ойошторолдо. Ул шул уҡ исемдәге ололар форумынан һуң уҙҙы. Уның девизы - «Йолаларҙы һаҡлап, киләсәк булдырабыҙ». Сарала 3 айҙан 16 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Улар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
«Арт-Ҡоролтай. Балалар -2022» 1 июндә Торатау Конгресс-холында уҙасаҡ. Унда «Башҡортостан - Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» ижади проекттарҙың тәүге асыҡ конкурсы ҡаралған; оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, кинопробалар үткәреү, интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар эше, ижади конкурстар еңеүселәрен бүләкләү һәм ҡотлау, шулай уҡ ҙур байрам концерты. Форум сиктәрендә креатив индустрия мәктәбен, урта махсус белем биреү учреждениеларын һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары профессиональ учреждениеларҙы презентациялау ҙа үткәреләсәк. Форумдың эшлекле программаһы «Хәҙерге ысынбарлыҡта матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау», «Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу» панель секциялары, шулай уҡ «Тамырым башҡорт» балалар-үҫмерҙәр форумында ҡатнашыусылар һәм республиканың ЮНЕСКО ассоциацияланған мәктәптәренең балалар советтары рәйестәре өсөн майҙансыҡ менән таныштыра.