-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2022, 12:00

Баймаҡта Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә бейеү фестивале үтте

Бейеү коллективтары һәм балетмейстерҙар фестивалгә йыйылды. Республика башлығы грантына лайыҡ булған конкурс легендар бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың яҡты иҫтәлегенә һәм 70 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙғарылды. «Ҡара юрға», «Карауанһарай», «Еҙ үксә», «Колхоз йәштәре», «Ҡара тауыҡ», «Иғзаҡов», «Ҡаһым түрә». Был хореография өлгөләре бейеү сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә. Уны яҡташыбыҙ Йәүҙәт Бикбирҙин һалған. Конкурста бейеү менән профессиональ шөғөлләнгән ансамблдәр менән бер рәттән үҙешмәкәр коллективтар ҙа сығыш яһаны. Йәүҙәт Бикбирҙин исемендәге бейеү фестивале республика гранты ярҙамында ойошторолдо.

Халыҡ ижады үҙәгенең яҡташыбыҙҙың ижадын, башҡорт бейеү сәнғәтен тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында булдырған проекты дәүләт тарафынан кәрәкле тип табылды.

Арҙаҡлы бейеүсенең яҡты иҫтәлегенә арналған фестивалгә көньяҡ-көнсығыш төбәк район-ҡалаларынан барлығы 17 коллектив йыйылды. Һәр береһе бәйгелә беҙҙең ерлеккә хас бейеүҙәрҙе халыҡ иғтибарына тәҡдим итте. Шулай уҡ грант проекты сиктәрендә ойоштороусыларға, хореографтарга халыҡ-ара конкурстар лауреаты Азамат Кәримов тарафынан оҫталыҡ дәресе күрһәтелә.

Йәүҙәт Бикбирҙиндың көсө менән ойошторолған һәм бөгөнгө көндә лә уңышлы эшләп килгән «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран приға эйә булды. Бөрйән, Әбйәлил, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы коллективтары призлы урындар яуланы. Шулай уҡ фестиваль яңы балетмейстерҙарҙы асыҡланы. Танылған хореографтарҙан тыш, был исемгә Бөрйән районынан Зилә Исмакова лайыҡ булды.

Раушания Рәхимова

https://bash.news/bash/news/177387-baymakta-legendar-beyeuse-yeuzet-bikbirzin-ictelegene-beyeu-festivale-utte

Баймаҡта Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә бейеү фестивале үтте
Баймаҡта Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә бейеү фестивале үтте
Баймаҡта Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә бейеү фестивале үтте
Автор:
Читайте нас: