+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 12:04

Яҙыусы Зифа Ҡадырова Башҡорт драма театрына «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакленең премьераһына килә

Ғүмере буйына төҙөлөштә эшләгән, яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә һуң ғына тотонған, ләкин шунда уҡ китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулап алған яҙыусы менән ижади осрашыу үтә - 

26 һәм 27 майҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә Зифа Ҡадированың романы буйынса «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакленең премьераһы була. Театр ошо спектакль менән 102-се ижад миҙгелен яба.

Спектаклде йәнә режиссер Айрат Абушахманов менән рәссам Альберт Нестеров сәхнәләштергән. Уның музыкаһын композитор Рәмис Хәкимов яҙған.

Премьераға әҫәрҙең авторы Зифа Ҡадырова килә, тип хәбәр итте театрҙың матбуғат хеҙмәте. Яҙыусы сығышы менән Учалы районынан, әле Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Ғүмере буйына төҙөлөштә эшләгән, яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә һуң ғына тотонған, ләкин шунда уҡ китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулап алған. Хәҙер ул – иң популяр яҙыусыларҙың береһе. Өфө, Ҡазан, Әлмәт театрҙарында уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелде.

Премьераның тәүге көнөндә, 26 майҙа, спектакль башланыр алдынан икенсе ҡаттың фойеһында Зифа Ҡадырова менән ижади осрашыу, шулай уҡ уның яңы йыйынтығының исем туйы була, китап менән бергә, авторҙан автограф алырға мөмкин.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-05-23/bash-ort-drama-teatryna-in-e-kilg-n-ya-ar-spektaklene-premiera-yna-avtor-zifa-adyrova-kil-2814020

 

Яҙыусы Зифа Ҡадырова Башҡорт драма театрына «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакленең премьераһына килә
Яҙыусы Зифа Ҡадырова Башҡорт драма театрына «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектакленең премьераһына килә
Автор:
Читайте нас: