+10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
20 Май 2022, 04:32

ТӨП БҮЛӘК КЕМДӘ?

Белоретта үткән «Алтын тирмә-2022» милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивалендә Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 18 ижади коллектив ҡатнашты. Тулыраҡ - 

Республика халыҡ ижады үҙәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Белоретта «Алтын тирмә-2022» милли театрҙарҙың төбәк-ара фестивале тамамланды. Быйыл проектта Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 18 ижади коллектив ҡатнашты.

«Республикабыҙҙа театр хәрәкәте йылдам үҫешә. Был халыҡтың ошо сәнғәт төрөнә ҡыҙыҡһыныуы артыуына бәйле. Бөгөн Башҡортостанда ике меңдән ашыу үҙешмәкәр театр коллективы эшләй, уларҙың 146-һы - «халыҡ», 76-һы «өлгөлө» исемен йөрөтә. Изге йолаға әйләнгән «Алтын тирмә» фестиваленең һөнәри кимәле арта бара, унда ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә», - тине сараны ябыу тантанаһында Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева.

«Театр – тормошобоҙ хаҡында уйланыу, уны анализлау йәһәтенән яҡшы алым. Театрҙа йәшәйешебеҙҙең ысынбарлығы көҙгөләге кеүек сағыла. Әлеге фестиваль кеүек саралар бик мөһим, унда ҡатнашҡан һәр кемгә, жюри ағзаларына ҙур рәхмәт», - тип билдәләне үҙ сығышында Белорет ҡалаһы башлығы Кирилл Егупов.

«Алтын тирмә -2022» фестиваленең Гран-приһына Октябрьский ҡалаһының Рус халыҡ театры лайыҡ булды. Улар Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәрен күрһәтте, режиссеры - Жанна Юшко», - тип хәбәр ителде төркөмдә.

ТӨП БҮЛӘК КЕМДӘ?
ТӨП БҮЛӘК КЕМДӘ?
Автор:
Читайте нас