+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2022, 21:00

"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә

Бөгөн башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Йәрмәкәй районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ижади майҙан» тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғарҙы. Был — циклдың өсөнсө сараһы булып тора һәм унда Башҡортостандың һигеҙ көнбайыш районынан, шулай уҡ Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан ике йөҙҙән артыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

«Ижади майҙан» Йәрмәкәй ерендә мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен йыйҙы

Бөгөн башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Йәрмәкәй районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ижади майҙан» тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғарҙы. Был — циклдың өсөнсө сараһы булып тора һәм унда Башҡортостандың һигеҙ көнбайыш районынан, шулай уҡ Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан ике йөҙҙән артыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берләшмәһенә юғарыраҡ мөмкинлектәрҙе тәҡдим итеү, урындағы таланттарҙы табыу һәм үҫтереү, республика халҡының ҙур даирәһенә мәҙәни, рухи мираҫ хазинаһына ҡағылыу маҡсаты менән үтте.

«Башҡорт мәҙәниәтенең күп яҡлылығы иллеләп башҡорт ырыуҙарының күп төрлөлөгөнә нигеҙләнә. «Ижади майҙан» проекты тап ошо рухи тәрәнлектең потенциалын асыуға йүнәлтелгән. Беҙ бында оҫталыҡ дәрестәрен үтеәрергә генә килмәнек, ә район менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ҙа — беҙҙең төп маҡсат. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кино, рәсем сәнғәте, театр һәм башҡа йүнәлештәрҙең заманса йүнәлештәре менән танышалар һәм, шуның менән берлектә, республика, федераль дәрәжәгә сығыу мөмкинлеген дә дә алалар», — тип белдерҙе Бөтә донъя ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

 

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-05-20/izhadi-may-an-m-ni-t-eshm-k-r-ren-yyy-y-2811753?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
"Ижади майҙан" - Йәрмәкәйҙә
Автор:
Читайте нас: