Хужа Насретдин прототибы тыумышы менән Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. Хужа Насретдин тураһындағы тәүге көләмәстәр 16-сы быуат башында Төркиәлә яҙылған, ә 19-сы быуаттан алып бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. Көләмәстәр күпселек социал-көнкүреш хәлдәренә ҡағыла. Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр башҡорттар араһында ла таралған. (Википедия мәғлүмәттәренән).
2006 йылдың 1 апрелендә Мәскәүҙә Ярцев урамындағы Йәштәр метроһы янында Хужа Насретдинға һәйкәл асылған. Уны үҙенең тоғро юлдашы ишәк менән бергә, ҡулына китап тотоп тороусы итеп тасуирлап, бронзанан төҙөгәндәр. Һәйкәлдең авторы - скульптор Андрей Орлов.
Хужа тураһындағы хәбәрҙәрҙе дауам итеп, ошо мәғлүмәтте лә өҫтәп ҡуяйыҡ: тиҙҙән, йәмле май айында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Л.Соловьевтың «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйылған «Хужа Насретдин мажаралары»тип аталған спектакль премьераһы көтөлә. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам – Геннадий Скоморохов (Мәскәү ҡ.), бейеүҙәрҙе Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлимә Әминева (Ҡазан ҡ.) һала, трюктар ҡуйыусы – Айҙар Закиров (Мәскәү ҡ.), композитор – Василий Тонковидов (Һамар ҡ.), башҡорт теленә тәржемә авторы – БР атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.
Рәзилә Ырыҫҡужина.
Хужа Насретдинға Мәскәүҙә ҡуйылған һәйкәл фоторәсеме интернет киңлектәренән алынды