-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 10:27

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамының еңеүселәре:

Быйыл Ҡурай байрамы Башҡортостандың 19 районы һәм 12 ҡалаһынан һәм Силәбе өлкәһенән 334 ҡурайсыны йыйҙы. Конкурста бөтәһе 93 солист һәм 22 ижади коллектив ҡатнашты. Иң йәш ҡатнашыусы – Сибайҙан 8 йәшлек Арыҫлан Хәсәнов, иң олоһо — Баймаҡ районынан 65 йәшлек Риф Ҡәйепҡолов.

Сара билдәле ҡурайсы, фольклорсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғ. Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналды. Ҡурай байрамын тантаналы ябыу тантанаһы 14 майҙа Октябрьский ҡалаһының Ҡала мәҙәниәт йортонда үтте.

2022 йылғы Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамының гран-приһы Тәфтизан Зәйнышевҡа (Учалы) тапшырылды.

I дәрәжә лауреаттары: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-мәктәбенең Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө), Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Аслаев И. Р., Баймаҡ районы), «Яйыҡ» халыҡ ҡурайсылар ансамбле  (Учалы ҡалаһы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Фёдоровка районы), Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө ҡалаһы).

Республика ҡурай байрамы  тәүге тапҡыр 2001 йылда Октябрьский ҡалаһында үтте. Ул ЮНЕСКО-ның башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын үҫтереү, йәштәр араһында иң һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау программаһы сиктәрендә ойошторолдо. Проект милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы пропагандалауға һәм танытыуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, ғаилә ижады традицияларына булышлыҡ итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамының еңеүселәре:
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамының еңеүселәре:
Автор:
Читайте нас: