+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2022, 10:17

Яулыҡ — Тыныслыҡ символы

Көйөргәҙе районында «Яулыҡ - Тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә «Башҡорт халҡының йолалары» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Эшһеҙлек мәсьәләләре буйынса ла ҡатнашыусыларҙың фекере тап килде — ауылда һәр ваҡыт эш бар, әммә йәштәр артыҡ көс һалмай ғына, еңел йәшәргә планлаштыра, шуға күрә 

Сарала Башҡортостан телевидениеһының билдәле алып барыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, атҡаҙанған матбуғат, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Флүрә Мурзина, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, Салауат һәм Күмертау Владыкаһы Николай, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты вәкиле, район бүлексәләре (мөхтәсибтәре) кураторы Радик хәҙрәт Мираҫов, Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарының «Ағинәй» башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, шулай уҡ Көйөргәҙе районының мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы ағзалары ҡатнашты.
"Түңәрәк өҫтәл"дә башҡорт халҡы традицияларын һаҡлау һәм күсәгилешлелек, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә йәмәғәт институттарының роле, ғаиләләрҙе һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләләре, шулай уҡ ауылдағы эшһеҙлек проблемалары тикшерелде. Йәмәғәтселәр иҫәбенә аҡыллы, белемле, алдан күрә белеүсе, тыуған ауылына, уның халҡына вайымһыҙ булмаған кешеләр инә. Улар ауылдың, ауылдаштарының проблемаларын күрә, халыҡ менән уртаҡ таба һәм ярҙам күрһәтә ала. Йәмәғәт ойошмалары ағзалары үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә һәм ғаилә проблемаларын хәл итеүҙә традицияларҙы һаҡлау, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү ҙур роль уйнай. Эшһеҙлек мәсьәләләре буйынса ла ҡатнашыусыларҙың фекере тап килде — ауылда һәр ваҡыт эш бар, әммә йәштәр артыҡ көс һалмай ғына, еңел йәшәргә планлаштыра, шуға күрә ҙур ҡалаларға китә. Унда ла уңышлы йәшәр өсөн байтаҡ хеҙмәт һәм көс талап ителә, шуға күрә күптәр ҡалала ла уңышлы була алмай. Хеҙмәттән ҡурҡмаған, күңеленә яҡын шөғөл тапҡан, ғаилә ҡороп, үҙ өлгөһөндә балалар тәрбиәләгән бик аҙҙар ғына тыуған төйәгендә төпләнә. Сара тамамланды, әммә йәмәғәт ойошмалары ағзалары араһында аралашыу дауам итәсәк һәм киләсәктә лә ыңғай емештәр бирәсәк.

https://kurultai.ru/ba/content/3204-platok--simvol-mira/

 

Яулыҡ — Тыныслыҡ символы
Яулыҡ — Тыныслыҡ символы
Автор:
Читайте нас: