+13 °С
Дождь
Новости
29 Апреля 2022, 13:58

ИЗГЕ ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘ ҠАБУЛ БУЛҺЫН!

Оло Әбештәр йома көн барлыҡ теләктәрҙең дә ҡабул булырына ышанып Парапал тауына инәйҙәр менән теләк теләргә сыҡҡан. "Һуғыштар туҡтаһын, ауырыуҙар бөтһөн, барыбыҙҙа һау булайыҡ, балалар ҡыуандырып ҡына торһон, афәттәр булмаһын" - тип теләгән изге теләктәре ҡабул булһын. Ырымбур башҡорттарының һөйләүе буйынса, ямғыр оҙаҡ яумай ҡоролоҡ башланһа, йылғаға һары самауыр һалалар -

Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған предметтар рәтенә һары самауыр индерелгән. Ырымбур башҡорттарының һөйләүе буйынса, ямғыр оҙаҡ яумай ҡоролоҡ башланһа, йылғаға һары самауыр һалалар. Ышаныуҙар буйынса ул самауыр ямғыр тapтa икән. Самауырҙы йылғанан алырға ярамай. Уны алған кешегә гөнаһ була, аяҡ-ҡулы тартыша, ауырыуға һабыша. Яуынға китһә генә мулла махсус доғалар уҡып һыуҙан ул самауырҙы алған булған. (X. Әхмәтова, Оренбург өлкәһе, Гай районы, Байғаҙаҡ ауылы).
Һары самауыр менән бәйле ышаныуҙар Хәйбулла, Белорет райондарында яҙып алынған ямғьр ташы тураһындағы легендаларға яҡын. Билдәле булыуынса, Хәйбулла, Белорет башҡорттары ямғыр яуҙырыу өсөн оло һыуға таш һалалар, ә ямғырҙы туҡтатыр өсөн уны һыуҙан алып ҡуялар.
Шулай итеп, һары самауыр һәм таш бер функция үтәй.
Һеҙҙә ниндәй йолалар бар, ямғыр саҡырған?
 
Ф. Хисамитдинова. “Башҡорт мифологияһы”.
ИЗГЕ ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘ ҠАБУЛ БУЛҺЫН!
ИЗГЕ ТЕЛӘКТӘРЕГЕҘ ҠАБУЛ БУЛҺЫН!
Автор:
Читайте нас