-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2022, 16:04

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Яратҡан йырсыбыҙ Сәйҙә ИЛЬЯСОВАҒА "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем тапшырылды. Юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, Сәйҙә Ғәли ҡыҙы! Артабан да һандуғастай матур тауышығыҙ менән тыңлаусыларығыҙҙы ҡыуандырығыҙ!   Бер мәл, мәктәпкә уҡырға ла бармаған инем әле, уяндым да уйланып ятам. Әсәйем: «Таң менән ниндәй уйҙарға сумдың, балам?» – ти миңә. «Әлдә генә һеҙ минең атай-әсәйем булғанһығыҙ! – тим. – Әлдә генә икенсе кешеләргә эләкмәгәнмен!» – тим.

Йырҙарымда ҡыуаныс табам

Башҡорт халыҡ йырҙары, романстар, башҡорт, татар, рус, сит ил компози- торҙарының ариялары, эстрада йырҙары, таҡмаҡтар – ошоларҙың барыһын

да оҫта, уңышлы башҡарыусы йырсылар бик һирәк. Сәйҙә Ильясова – шун- дайҙарҙан. Ә бит, уның тәүге һөнәре уҡытыусы-биолог. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләп йөрөгәндә ижадташ дуҫы Роберт Юлдашев уға сәнғәт институтына йырсыға уҡырға барырға кәңәш итә. Моң донъяһында солғанып үҫкән ҡыҙ был кәңәште юғарынан килгән билдә итепме, документтарын институтҡа тапшырырға була һәм барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтә. Уҡытыусыһы – бала сағында йырҙарын ҡабатлап йырлаған Флүрә Килдейәрова була. 1997 йылда  институтты тамамлап, Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Бөгөнгө көндә Сәйҙә Ғәли ҡыҙы билдәле йырсы ғына түгел, ҡыҙыҡлы, эстәлекле тамашалар әҙерләгән һәләтле режиссер ҙа, сит өлкәләрҙә оҫталыҡ дәрестәре алып  барған уҡытыусы ла, ә репертуарында уның биш йөҙҙән ашыу йыр иҫәпләнә.

– Сәйҙә, ир-егеттәр йәиһә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына йырлаған йырҙар була. Мәшһүр «Уралым» йырын ҡатын-ҡыҙҙарҙан һинең генә башҡарыуыңда ишетергә тура килде миңә. Берәйһенең тәҡдиме булдымы, һин быға нисек йөрьәт иттең, ни тиһәң дә, уны башҡарыу өсөн күп көс талап ителә? Йыш йырлайһыңмы уны?

– Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырын данлыҡлы  йырсы-ҡурайсыбыҙ  Ишмулла Дилмөхәмәтов импровизациялап бик күп йылдар дауамында йырлап ишеттерә торғайны. Йыр шул тиклем халҡыбыҙ күңеленә хуш килде, уны һәр ерҙә алҡыштарға күмеп тыңланылар һәм әле лә тыңлайҙар, хатта бер мәл Ҡазанда, Абдулла Солтанов башҡарған саҡта барса тамашасы аяғүрә тороп тыңлаған. Беҙ, мосолман халҡы булғанғамылыр, ир-егеттәр йәки ҡатын-ҡыҙҙар йырлай торған Йырҙарымда ҡыуаныс табам йырҙар бар, тип ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бәлки, шулай дөрөҫтөр ҙә, сөнки ике енестең тәбиғәте бербереһенән ҡырҡа айырылып тора. Ә шулай ҙа... башҡорт халыҡ йырҙарынан торған сираттағы концертты әҙерләгәндә уйға ҡалдым, ул филармониябыҙҙың кесе залында үтә, унда акустика шул тиклем һәйбәт. Йырлағанда үҙемде тауҙар, урмандар араһында йөрөгәндәй хис итәм. Орган бар ул залда. Ҡайһы оҙон көйҙө боҙмай ғына, орган тауышы менән байытып булыр икән, тигән уй килде башыма. Шулай эҙләнә торғас, «Һыр» һәм «Уралым – тыуған төйәгем»де һайланым. Репетициялар үткәрәбеҙ, күңел ҡанатлана! Орган менән тауышым да яңғырауығыраҡ тойола. Өзләй белмәһәм дә, шиғырҙың тексынан тағы бер строфа өҫтәп, концертты башлап ебәрҙем. Тамашасыларға бик оҡшаны, алҡыштарға күмделәр.

Ҡайҙа ғына сығыш  яһаһам да, органһыҙ, тере тауыш менән башҡарам. Тональносты ҡумыҙ менән импровизациялап алам да, йәнә ошо тылсымлы йырҙың тулҡындарына сумам. Парижда ата-бабаларыбыҙ тирмәләр ҡороп ятҡан Марс яланы өҫтөндә, Эйфель башняһынан, Рәсәйҙең төрлө өлкәләренең үҙ тарихи ерҙәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ алдында, төньяҡта, Барнаул ҡалаһы тамашасылары алдында, Түбәнге Тагил ҡалаһы мәктәбендә, республикабыҙ буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә башҡарырға тура килгәне бар. Был йыр әле лә репертуарымды биҙәй. «Был йырҙы ҡатын-ҡыҙ башҡарһа ла урынлы икән», – тип әйтеүсе ихтирамлы музыканттар булды. Уларға рәхмәт, ижади эҙләнеүҙәремде хупланылар, артабан да ошо йырҙы башҡарырға дәрт бирҙеләр. «Уралым»ды минән һуң уҡытыусым Флүрә Килдейәрова ла орган залында йырлағаны булды.

 – Төрлө жанрҙарға ҡараған йырҙар башҡараһың. Шулай ҙа, халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирәһең кеүек. Эстрада йырҙарын да ҙур теләк менән йырлайһыңдыр?

– Замана ниндәй, мөхитебеҙ ҙә шундай бит. Эстрада йырҙарын да бик яратып башҡарам. «Тик һиңә табынам» тип аталған эстрада йырҙарынан торған аудиоальбом сығарған инем. Жанрҙарға килгәндә, ҡалала тыуып үҫкәнгәме, джаз да, рок та, диско ла яҡын миңә. Халыҡ ижады, боронғо йырҙар – улар беҙҙең тәбиғәтебеҙ кеүек, мәңге йәшәй торған илаһи көс, йыһандың үҙе кеүек. Йондоҙҙарға ҡарап нисек һоҡланаһың, уларҙы тыңлап, уларға ынтылып йәшәргә кәрәктер, тип уйлайым. Эстрада йырҙары – ҡала моңо бит ул. Улар киске ҡала йондоҙҙары кеүек әле генә йымылдап яналар ҙа, һуңғараҡ уларҙы икенселәре алмаштыра. Әлбиттә, ундай йырҙар араһында тиҙ генә отоп алып, бик оҙаҡ йырланғандары ла йыш осрай, беҙ уларҙы яратып башҡарабыҙ.

Миңә ҡалһа, жанрҙарҙы айырып бармайым. Киреһенсә, яңылыҡ, импровизациялауҙы үҙ итәм. Аранжировка яһаусылар менән эшләгәндә лә, ниндәй музыка ҡоралдары ҡатнашлығында, нисегерәк яңғырарға тейешлеген, барыһын да алдан кәңәшләшеп һөйләшәбеҙ. Шулай ҡыҙығыраҡ бит, эйеме? Йылдар үтә тора, репертуар ҙа арта. Тағы ла альбомдар сығараһы бар. Тырышып, осона сығырмын, тип уйлайым. Әйткәндәй, күңелемә ятҡан, йөкмәткеһе менән эске кисерештәремә яҡын булған йырҙарҙы үҙ итәм. Кемдер башҡарған йырҙы ҡабатлау ярамай кеүек, йырларға булһам да, башта рөхсәт һорап ҡына репертуарыма индерәм. Йәки ретро йырҙарҙы заманса итеп башҡарам. Күбеһенсә, данлыҡлы композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәре күңелемә яҡын – Х.Әхмәтов, З.Исмәғилев, Р.Сәлмәнов, С.Низаметдинов, Н.Дауытов, Р.Сәхәүетдинова, А.Ҡобағошев, А.Ғайсин һәм башҡаларҙың, күп инде улар. Йырҙарым араһында үҙешмәкәр композиторҙар ижад иткәндәре лә бар, Фирдүс Шәрәфуллиндың йырҙарын яратып башҡарам.

– Үҙең дә ижад итәһең, илһам ҡошо иңдәреңә ҡасандан алып ҡунды?

– Һуңғы йылдарҙа үҙемдең күңелемдә лә йырлы көйҙәр тыуа башланы, күктән хасил булғандай ул. Улар һорап та тормай, киләйемме тип, тып итеп, һүҙҙәре лә, көйҙәре лә ярала ла ҡуя. Төнгө йоҡоларым ҡаса, аптырана башлайым. Исемдәре сәнғәт донъяһында билдәле булған ағайҙар менән кәңәшләшкәнем дә булды. «Ни эшләргә икән миңә, ҡул һелтәһәм, йәл дә кеүек? Кешеләр ни тип әйтер бит әле, шомландыра», – тиеүемә, уларҙан ыңғай яуап алдым: «Булһын әйҙә, үкенескә ҡалмаһын». Хәҙер ҡайһы бер йырҙарымды ихлас башҡаралар.

– Бындай осраҡта Йыһан үҙе ҡуша, шулай тиҙәр. Өлкәнәйгәс билдәле яҙыусы булып китеүселәр ҙә бар бит. Һин – ижад кешеһе, атайың  да ҡурайсы, шағир, журналист булған. Үҙең үҫкән мөхит тураһында ла телгә алып үтәйек.

– О! Йыһан ҡушҡан, тип бик ҙурлап ебәрәһегеҙ! Ни тиһәң дә, шулайҙыр. Әҙәм балаһының мөмкинлектәре төрлө булалыр... Бер мәл, мәктәпкә уҡырға ла бармаған инем әле, уяндым да уйланып ятам. Әсәйем: «Таң менән ниндәй уйҙарға сумдың, балам?» – ти миңә. «Әлдә генә һеҙ минең  атай-әсәйем булғанһығыҙ! – тим. – Әлдә генә икенсе кешеләргә эләкмәгәнмен!» – тим. Миңә яратып ҡына ҡарап көлдө ҡәҙерлем. Ысынлап та, бик татыу, эшсән, талантлы ғаиләлә тыуғанмын. Аллабыҙға мең рәхмәтлемен шуның өсөн. Атайым – билдәле журналист, ҡурайсы, шағир, майҙандарҙа бил бирмәҫ батыр Ғәли Йәләл улы Ильясов Мәләүез районының Әбет ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы, Йәләл олатайым батша һарайын һаҡлаусылар ғәскәрендә хеҙмәт иткән, революциянан һуң, ҡыҙыл әрмелә лә, артабан колхоз ойоштороусылар араһында ла бик әүҙем ҡатнашҡан. Батырҙар нәҫеленән булған. Нөгөш буйында «Ильяс нәсәб» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Шиғыр менән генә һөйләшкән ул, йырлаған. Өләсәйем Миңзифа Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙы булған. Ул һуғыш осоронда һалсы булып эшләгәнен, ял мәлдәрендә уның йырлауын йыш һорағандарын һөйләй торғайны. Өләсәйем килһә – миңә байрам! Өйҙә бөтәһе лә йоҡоға тала, ә мин һаман өләсәйемә тынғы бирмәй, унан әкиәт һөйләтәм. Әйткәндәй, атайым менән йырсы Райман Ишбаев ике туғандар, өләсәйем менән Райман ағайҙың әсәһе Миңлебикә инәй бер туған апалы-һеңлеләр. Райман ағайҙың тауышының тембры минең  атайымдыҡы менән, айырыуса мөңрәп йырлағандарында, бик тә оҡшаш ине. Әсәйем Шәрифә Абдулла ҡыҙы Федоровка районының Оло Сытырман ауылынан. Ҡарт олатайым Зәйнетдиндең «Беҙҙең ауыл мең йыллыҡ», – тип һөйләгәне хәтерҙә. Шәжәрәләрҙе өйрәнеү башланғас, беҙ быға инде үҙебеҙ ҙә инандыҡ. Әсәйемдең әсәһе Мәрйәм боронғо мәғрифәтселәр нәҫеленән, уның олаталарының береһе Фәсхетдин бабайыбыҙ Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ҡарыймулла булған. Мәрйәм өләсәйем дә матур йырлай ине, мандолинала уйнаны. Ул өләсәһе Ғәлиә менән республика фестивалендә ҡатнашып, призлы урын яулаған. Ауылыбыҙға Венгриянан фольклор экспедицияһы менән ғалимдар килеп төшкәс, улар өләсәйемдәрҙә булып, башҡорт халыҡ йырҙары «Ашҡаҙар», «Ишкәксе йыры», «Илсе Ғайса», «Томан» йырҙарын яҙҙырып алғандар. Өләсәйем минең башҡарыуымда «Баяс»ты яратып тыңлай ине. Күп әйтем-мәҡәлдәр белде, ҡайһы саҡта тик шуларҙы ҡулланып ҡына һөйләшер ине, телмәргә һаран булһа ла, йор һүҙле булды ул. Әсәйемдең атаһы Абдулла – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оҫта тальянсы булған. Абдулла олатайымдың дүрт улы ла: Марс, Хөсәйен, Ғирфан, Ғилман – барыһы ла гармунсы-баянсылар. Музыкаль яҡтан бик һәләтлеләр, ниндәй музыка ҡоралын ҡулдарына алһалар ҙа, йәһәт кенә көй сығарып, уйнап та ебәрә һалғандар. Тамырҙарыбыҙҙан килгән был һәләт миңә генә түгел, һылыуым Йәмиләнең улы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, пианинола уйнаусы, музыкантаранжировка яһаусы Искәндәр Ғафаровҡа, Марс бабайымдың ейәнсәре, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, пианинола уйнаусы Гөлнара Ғөбәйҙуллинаға ла күскән. Ул әле Рәсәйҙең  Гнесиндар исемендәге музыка академияһында уҡый. Минең ҡыҙҙарым Дилбәр һәм Ғәлиә лә был музыка ҡоралын бик яҡшы үҙләштереп, оҫта уйнайҙар. Ләкин, вокал сәнғәтен яҡыныраҡ күреп, йыр менән мәшғүлдәр. Дилбәрем айырыуса башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫ. Тиҙ генә отоп ала, еренә еткереп йырлай. Уның репертуарында төп урынды «Сәлимәкәй», «Ҡуңыр буға», «Мөхәббәт йыры», «Һандуғас», «Бала ҡарға» һәм башҡалар биләй. Әсә булараҡ, мин быға бик ҡыуанам. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙан килгән һәләт йәшәй, балаларыбыҙҙа дауам итә. Инде ейәндәребеҙ ҙә шундай рухлы, халҡыбыҙҙың лайыҡлы балалары булһындар ине, тип теләйем һәр ваҡыт. Әсәйем менән әле лә күңел асып, йырлап алабыҙ. Ғаилә байрамдарында Сәлимә һылыуым, Искәндәр улым пианинола уйнай, беҙ күмәкләшеп, ансамбль менән йырлайбыҙ. Шул тиклем күңелле була! Мин ата-бабайҙарыма рәхмәтлемен. Уларҙың рухы, изге доғалары беҙгә, уларҙың киләсәк быуындарына күпме көс-ҡөҙрәт биргән! Урындары йәннәттә булһын!

– Һинең өсөн тормош мәғәнәһе – ата-бабалар аманатын тотоу. Ә сәнғәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ киләсәген нисегерәк тоҫмаллайһың?

– Ысынлап та, ата-бабаларыбыҙҙың аманатын тотоу минең өсөн тормош мәғәнәһе булып сыҡты. Бәлки, йәштәргә фәһем булыр... Мәктәп йылдарында мин ныҡ оялсан инем. Сибегерәк инем, шуға күрә уҡыу менән генә булдым. Ә инде өйҙә бер үҙем генә ҡалһам, рәхәтләнеп халыҡ йырҙарын йырлай торғайным (атай-әсәйҙән ишеткән йырҙарҙы өйрәтеүҙәрен үтенергә баҙнат итмәйбеҙ бит инде, беҙҙең быуын шулай булды). Пластинкалар ҡуям да, Әсмә Шайморатова, Флүрә Килдейәрова  һымаҡ йырларға маташам. Сәхнәгә сығыуымдың да сәбәбе халыҡ йыры булды. Бер мәл, миңә ун һигеҙ йәш ине, эшләп йөрөйөм, үҙем «Үткән ғүмер»ҙе һуҙам, шунда бер коллегам: «Сәхнәгә сыҡһаң, һис тауышың сыҡмаҫ әле!» – тип зитыма тейҙе. «Булдыра алмайһың», – тиһәләр, миңә етә ҡала. Олатайҙарҙың ҡыйыулығы! «Булдырам!» – тип сәмләнәм. Шулай бәхәсләшеп, сәхнәгә сыҡтым. Киләһе йыл теүәл ҡырҡ йыл тула инде. Студент сағымдан уҡ башҡорт халыҡ йырҙары мине Башҡортостан илсеһе итеп күп тарафтарға йөрөттө, Германия, Франция, Төркиә, Эстония, Латвия, Литва, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстанда булдым, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә. Халҡымдың милли йырҙарына, оҙон көйҙәребеҙгә мең рәхмәтлемен. Атайым был донъянан иртә китте, ләкин шул йырҙарҙа беҙ уның менән моңдаш. Ғүмеремдең иң ауыр мәлдәрендә мин ошо йырҙарҙа үҙемә йыуаныс таптым, бөгөн дә өмөт, көс, ҡөҙрәт, илһам табам. Сөнки йырҙарыбыҙҙа илебеҙ тарихы, ата-бабаларыбыҙ тормошо, кисерештәре сағыла. Сәнғәтебеҙҙең киләсәгенә килгәндә, «Алдағыны Алла белә, бөгөнгө көн менән йәшә», тиҙәр ололар, аҡыл эйәләре. Ләкин киләсәкте бөгөн эшләргә кәрәк. Бына беҙ, хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө өлкәләргә йөрөп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Унда ла һәләтле йырсылар, музыканттар етерлек. Ләкин уларҙың мөхите башҡасараҡ, улар халҡыбыҙҙың йырҙарынан, моңдарынан, туған телебеҙҙән мәхрүм. Төркөм менән барабыҙ, көстән килгәнсә, халыҡ йырҙарын йырларға, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтәбеҙ. Араһында һәләтле булғандарын Өфөгә уҡырға саҡырабыҙ, киләләр, уҡыйҙар, белем алалар. Бына шул инде киләсәкте үҫтереүҙең бер яғы. Был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла. Матди сығымдар ҙа талап ителә. Фольклор буйынса республикабыҙҙа төрлө конкурстар, фестивалдәр үткәрелеп тора. Был эштең емештәре күҙгә күренеп, көндән-көн арта бара, үҫешә. Мәҫәлән, мин сәнғәт институтына уҡырға ингәндә, танылған башҡорт милли музыка ҡоралдары араһынан ҡурай буйынса ғына төркөм бар ине. Ә хәҙер ҡумыҙ, думбыра, ҡылҡумыҙҙы ла өйрәнәләр. Профессиональ музыканттарҙан торған Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры барлыҡҡа килде, ул инде республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы. Баш ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙың эреле-ваҡлы ҡалаларында, район үҙәктәрендә төрлө саралар үткәрелеп тора. Әйтәйек, «Евразия йөрәге» фестивале башҡорт ҡурайын, башҡорт йырын, башҡорт бейеүен сит илдәргә танытты. Шуғалыр ҙа, Фольклориаданы беҙҙә, Рәсәйҙең иң уртаһында үткәрҙеләр. «Башҡорт йыры», «Байыҡ», «Тылсымлы ҡурай» һәм башҡа конкурстар талантлы күп кенә йәштәрҙе тапты, оло сәхнәгә сығарҙы. Мәҙәниәт, сәнғәт усаҡтары ҡайнап йәшәй, тимәк, киләсәк бар. Ауыҙ-тел ижады ла, академик музыка сәнғәте лә Башҡортостаныбыҙҙа киң үҫешкән. Рудольф Нуриев, Федор Шаляпин исемендәге һәм башҡа билдәле фестиваль-конкурстар үткәрелә. Илебеҙгә дан килтерерлек яңы исемдәр ишетелеп тора. Киләсәгебеҙ өмөтлө.

– Киләсәгебеҙ өмөтлө, тиһең, Сәйҙә. Ә әҙәбиәтебеҙҙе йәш быуын уҡыймы, концерттарға йөрөймө? Ни өсөн ҡайһы бер йырсыларыбыҙ сит телдә лә йырлауҙы хуп күрә башланы?

– Ҡатмарлы ғына һорауҙар... Сит телдәрҙә йырлап, үҙҙәрен башҡа илдәргә танытырға теләйҙәрҙер, тип уйлайым. Ләкин улар шуны аңлаһындар ине: беҙ сит ил тамашасыһына үҙ йырҙарыбыҙ, үҙ моңобоҙ менән ҡыҙыҡлы. Һәр милләт – ер йөҙөнөң сағыу биҙәге. Йәш быуынға шуны аңлатырға кәрәктер. Бөтә Ер шарында глобалләшеү бара. Интернет селтәре инглиз, урыҫ телен белеүҙе талап итә. «Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың», тиҙәр ололар. Интернет селтәренә килеп ҡапһаҡ та, үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. Беҙҙән, ата-әсәләрҙән тора, балаларыбыҙҙың туған телде белеү-белмәүе. Улар менән бәләкәй саҡтарынан үҙ телебеҙҙә һөйләшергә, туған телдә китаптар уҡырға, йырҙар өйрәнергә, шиғырҙар ятлатырға тейешбеҙ. Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы бала саҡтан уҡ уятырға кәрәк. Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм, ҡала балалары булһалар ҙа, ҡыҙҙарым туған телде яҡшы беләләр. Мәктәптәренең исемен яҡлап, башҡорт теленән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып йөрөнөләр. Әйткәндәй, республикабыҙҙа йыл һайын «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, Рәми Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафуриға арналған конкурстар үткәрелә. Унда бик күп уҡыусы балалар ҡатнаша, шул уҡ интернет киңлектәрендә лә ойошторола төрлө бәйгеләр, улар хәҙер флешмоб форматында үтә. Ни тиклем һәләтле балалар осрай! Йәштәр араһында шағирҙар, яҙыусылар бар. Ғәзиз Әбделмәновтың, Айгөл Йәмилованың шиғырҙары, Миләүшә  Ҡаһарманованың хикәйәләре миңә бик оҡшай. Аллаға шөкөр! Беҙ, ололар, телебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлауҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, фольклор ансамблдәренә өлкән йәштәгеләр менән бер рәттән балаларҙыҡын да булдырырға кәрәк, тип һәр ваҡыт тәҡдим итәм. Борон йола байрамдарында күберәген өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙары менән бала-саға ҡатнашҡан. Был бит үҙе бер халыҡ мәктәбе, уның тәрбиәүи әһәмиәте лә баһалап бөтөрөрлөк түгел. Йәштәребеҙ концерттарға йөрөй, әлбиттә. Әҙәби китаптар уҡыу элеккесә түгел, шулай ҙа ул мәсьәләне тағы ла бары тик мәктәпкә генә бәйләп ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ. Балаларыбыҙ үҙебеҙҙеке бит, тимәк, уларҙың рухи донъяһы өсөн дә беҙ үҙебеҙ яуаплы.

– Һеҙҙең менән тулыһынса килешәбеҙ. Башҡарған эштәрегеҙ байтаҡ, әле хыял-маҡсаттарығыҙ ҙа бар, улары менән киләсәктә танышырбыҙ. Халыҡ яратҡан байрам – Яңы йылды ҡаршылайбыҙ. Әйтер теләктәрегеҙҙе журнал уҡыусыларына ла еткерәйек?

– Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йылда һеҙҙең барығыҙға ла һаулыҡ, яңы шатлыҡтар, яҙмыштарын ижад өлкәһе менән бәйләгәндәргә яңы ҡаҙаныштар теләйем! Яңы юлдар асылһын, өр-яңы өмөттәр менән тыныслыҡта, именлектә, үҙ илебеҙҙә кинәнеп йәшәйек!

– Рәхмәт! Изге ниәттәр тормошҡа ашһын, теләктәр ҡабул булһын!

            Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор:
Читайте нас: