+16 °С
Облачно
Новости
28 Апреля 2022, 05:03

“Илағыҙ, тик төшөрөгөҙ!..”

Өфөнөң «Родина» кинотеатры фойеһында хәрби кинооператорҙарға арналған күргәҙмә асылды -

26 апрелдә «Родина» кинотеатры фойеһында фронт кинооператорҙарына арналған «Илағыҙ, тик төшөрөгөҙ!..» тигән күргәҙмә асылды. Проектты Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Рәсәй Кинематографистар союзы тәҡдим иткәйне һәм ошонда уҡ күрһәтелгәйне.

Күргәҙмә илебеҙҙең фронт кинооператорҙары тураһында «Беренсе Оскар» фильмының киң прокаты башланыуға яңыртылды. Слайдтарҙың береһе Красногорскиҙағы хәрби кинооператорға һәйкәл тураһында һөйләй. Ул 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әүҙем булышлығы менән асылды.

Шулай уҡ айырым слайд беренсе башҡорт кинооператоры, башҡорт документаль киноһына нигеҙ һалған Ғилуан Әмировҡа арналды. Ил киножурналдары өсөн Башҡортостан тормошо, яҡташтарын 1941 йылда фронтҡа оҙатыу тураһында байтаҡ сюжеттар авторы. 1943 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышының аҙағынаса  Ғилуан Ғилметдин улы 2-се Украина фронтында хәрби кинооператор булып йөрөй. Автомат һәм кинокамера тотоп, Ҡыҙыл Армияның Украинаны, Румынияны, Венгрияны, Болгарияны һәм Югославияны азат иткән мәлдәрен төшөрә. Ғилуан Әмировтың фронт эпизодтары режиссер Роман Кармендың 20 сериялыҡ «Бөйөк Ватан һуғышы» документаль киноэпопеяһында ла күрһәтелә (СССР-АҠШ, 1978).

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуған еренә әйләнеп ҡайтҡанын да ул төшөрөп алған.

Күргәҙмәне асыу тантанаһына Ғилуан Әмировтың ҡыҙы Ләйлә Әмирова һәм ейәнсәре Элла Сунарчина саҡырылғайны.

Мәҙәниәт министрлығы субсидияһына үткәрелгән күргәҙмәне ойоштороусылар – Кинематографистар союзы, «Родина» кинотеатры, Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-27/v-ufe-otkrylas-vystavka-posvyaschennaya-frontovym-kinooperatoram-2785645

“Илағыҙ, тик төшөрөгөҙ!..”
“Илағыҙ, тик төшөрөгөҙ!..”
Автор:
Читайте нас