Асыҡ һауалағы байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко сығыш яһай.
«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ла ҡатнаша. Программа киске 7-лә башлана. Сара сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-04-25/f-l-e-e-k-n-nd-nikolay-baskov-m-lev-leschenko-sy-ysh-ya-ay-2783468