+17 °С
Облачно
Новости
25 Апреля 2022, 05:02

#РухиМираҫЙылы "Башҡорт һандуғасы"

Иглин районында  Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге республика башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың "Башҡорт һандуғасы" бишенсе республика конкурсы үтте. Гран-при һәм беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнеүсе башҡорт һандуғастарын ҡотлайбыҙ -  .

Бәйгегә республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан: Учалы, Архангель, Нуриман, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Өфө, Кушнарен, Бижбүләк, Ейәнсура, Шишмә, Бөрйән, Иглин райондарынан, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Ишимбай, Өфө ҡалаларынан бәйгеселәр йыйылды. Улар үҙҙәренең йыр-моң оҫталығы менән бүлеште.

Илеш районынан Мостафина Рәсидә Мәрхәм ҡыҙы беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Гран-приға Дамир Таипов лайыҡ булды.

Бәйгебенең төп маҡсаты – вокал-башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың хәтерен мәңгеләштереү, сағыу һәм һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү.

Конкурсанттарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

#РухиМираҫЙылы "Башҡорт һандуғасы"
#РухиМираҫЙылы "Башҡорт һандуғасы"
Автор:
Читайте нас