22 апрелдә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Донбасс” атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең берләшкән концерты үтте.
Күркәм тамашаны ҡарарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.
“Башҡортостан менән Донбассты элек-электән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡанына һалынған. Донбасста геройыбыҙ, генерал–майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған һәм ерләнгән. Донбасс еренә тиҙерәк тыныслыҡ килһен ине. Беҙ уға электән ярҙам итәбеҙ. Бынан ары ла бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйәсәкбеҙ, ижади коллективтар менән алмашасаҡбыҙ, бергәләп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Барыһы ла башлана ғына әле”, – тине Радий Фәрит улы һәм “Донбасс” ансамбленең генераль директоры - художество етәксеһе Ольга Горячеваға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.