Салауат Әхмәҙи улы Низаметдинов 1957 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Миндәк ҡасабаһында һигеҙ балалы шахтер ғаиләһендә тыуған.
Ете йәшенән (1964 йыл) Өфөләге һуҡыр балалар интернат-мәктәбендә уҡый башлай, хорҙа йырлай, бик теләп баянда, домрала, кларнет һәм торбала уйнарға өйрәнә. Ун бер йәшендә 1-се балалар музыка мәктәбенә ҡабул ителә. Бында һуҡыр баянсы һәм композитор Николай Инякин (1974 йылда трагик рәүештә һәләк була) класында шөғөлләнә. Аҙаҡтан Өфө сәнғәт училищеһында уҡый һәм был йылдарҙа әҙәбиәт, философия һәм музыкаль фәндәрҙе әүҙем үҙләштерә, ижад эшенә лә ныҡлап ылыға. Һөҙөмтәлә өс прелюдия, Н. Инякин иҫтәлегенә баян өсөн поэма, өс романс яҙа.
1979 йылда Прага ҡалаһында уҙғарылған Һуҡыр композиторҙарҙың халыҡ-ара конкурсында Александр Блок әҫәрҙәренә ижад ителгән романстары менән өсөнсө бүләккә лайыҡ була, ә инде ошо уҡ бәйгенең 1988 йылда үткәнендә Ника Турбина шиғырҙарына яҙылған «Ҡаралама» (русса «Черновик») вокаль циклы менән икенсе урынды яулай. Өфө дәүләт сәнғәт институтын (һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) диплом эше — башҡорт телендә биш өлөштән торған «Салауат менән һөйләшеү» исемле вокаль симфония яҙып тамамлай. 1988 йылда йәш композиторҙың был әҫәре СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалына лайыҡ була.
Сәнғәт институтынан һуң Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтының (бөгөн Рәсәй музыка академияһы) аспирантураһын тамамлай. Бында профессор Г. И. Литинский етәкселегендә төрлө жанрҙа музыка ижад итеү серҙәренә өйрәнә, аҙаҡтан яратҡан уҡытыусыһына "До-минор ҡыллы квартеты"н бағышлай.
1983 йылда Салауат Низаметдинов СССР Композиторҙар союзына ҡабул ителә. 2006 йылда «Memento» операһы менән «Филантроп» халыҡ-ара конкурсында беренсе урынды яулай. 2007 йылда Салауат Әхмәҙи улы Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһына лайыҡ була.
1989 йылда кинорежиссёр Ренат Нуруллин тәҡдиме менән Ғәзим Шафиҡов сценарийы буйынса башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаға арнап төшөрөлгән «Һәҙиә» исемле әҙәби-публицистик фильмға үҙенсәлекле музыка һәм йырҙар яҙа.
Ижады яғынан күп яҡлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Низаметдинов операны яҡыныраҡ итте. Маэстроның үҙе әйтеүенсә, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. «Яҡшы шиғыр ишетһәм, моң үҙенән-үҙе яңғырай» тигән композитор. Уның Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ҡуйылды. Дөйөм алғанда, сәнғәт әһеленең ижад диапазоны бер үк ваҡытта опера һәм симфонияларҙы, хор әҫәрҙәрен һәм романстарҙы, драма спектаклдәренә музыканы һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала.
Композиторҙың төрлө әҙиптәр һүҙҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар. Был йәһәттән Салауат Низаметдиновтың билдәле шағир Зөһрә Ҡотлогилдина менән сағыштырмаса оҙаҡҡа һуҙылған ныҡлы ижади дуҫлығы тураһында айырым иғтибарға лайыҡ. Был ике талант эйәһенең тәүге яңғырауҙан уҡ халыҡ һөйөүен яулаған йырҙары телевизор һәм радионан даими яңғырап тора. Уларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина бик илһамланып башҡара, Башҡортостандың һәм Татарстандың күп йырсылары үҙҙәренең даими репертуарына индергән. Рәсәйҙә билдәле йырсы Земфира (Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова — Өфөлә тыуған йырсы, музыкант, композитор һәм йырҙар авторы) башҡарыуында «Ҡайҙа» («Күҙ нурым») йыры шулай уҡ күп тыңлаусыларҙың һөйөүен яуланы.
2006—2010 йылдарҙа Салауат Низаметдинов Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзын етәкләне.
Маэстро 2013 йылдың 29 июлендә көтмәгәндә (тромб ысҡыныуынан-?) вафат була, Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән. 2016 йылдың сентябрендә унда Разида Низаметдинова эскизы буйынса эшләнгән ҡәбер ташы ҡуйылды.