+21 °С
Ясно
Новости
21 Апреля 2022, 05:24

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы халыҡҡа 2022 йылдың май айында байрам көндәре тураһында хәбәр итте -

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай.

«Алты көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3 һәм 8, 9, 10 май — ял көндәре. Ураҙа байрамы ял көнөнә, 2 майға тура килә. Шуға күрә алты көнлөк эш аҙнаһында 2 майҙағы ял көнө шишәмбе 3 майға күсерелә», — тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында. Шәмбе 30 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, ә шәмбе 7 майҙа — ҡыҫҡармай.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә  индерелмәй.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/may-bayramdarynda-nisek-yal-it-be-bash-ortostandy-he-m-t-ministrly-y-2777242

 

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ
Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ
Автор:
Читайте нас