+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2022, 17:00

Яңы китаптың исем туйы

-

21 апрелдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалиә Солтангәрәева менән ижади осрашыу һәм уның ике томлыҡ «Башҡорт фольклоры: семантика, функциялар һәм традициялар» китабының исем туйы була. Осрашыу көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ ҡобайырҙар һәм уларҙы башҡарыусылар – сәсәндәр хаҡында бара. Осрашыу Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына бағышлана.

Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – филология фәндәре докторы, билдәле фольклорсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, М.Аҡмулла премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Розалиә Солтангәрәева үҙенең ижади һәм ғилми эшмәкәрлегендә башҡорт фольклорын, халыҡтың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен йыйыу, өйрәнеү һәм популярлаштырыу менән шөғөлләнә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Сәсәндәр мәктәбен ойоштороусы ла.

Осрашыуҙа Розалиә Солтангәрәева ҡобайырҙарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, уларҙы башҡарған сәсәндәр хаҡында һөйләй. Уның башҡарыуында ҡобайырҙар яңғырай. Думбырала Гүзәл Үмәрғәлина уйнай.

Ғалимдар, культурологтар Розалиә Солтангәрәеваның «Башҡорт фольклоры: семантика, функциялар һәм традициялар» монографияһының әһәмиәте тураһында сығыш яһай. Монография М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм «Янғантау» шифаханаһы ярҙамында нәшер ителгән. Осрашыуҙа билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Гөлфиә Юнысова, Гөлнур Ҡолһарина, Рәшит Шәкүр, Салауат Кәримов ҡатнаша.

Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-04-20/f-l-folklorsy-s-s-ni-rozali-soltang-r-eva-men-n-izhadi-osrashyu-bula-2776916

 

Яңы китаптың исем туйы
Яңы китаптың исем туйы
Автор:
Читайте нас: