+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2022, 19:03

#МиллиКейемКөнө2022

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө айҡанлы Милли музейҙа бик ҡыҙыҡлы күргәҙмә асылды -

Элекке фотоларҙа, һүрәттәрҙә сағылған халҡыбыҙ кейемдәренең реконструкцияһы эшләнгән, яңынан тергеҙелгән.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө саралары барышында «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 2022 йылдың 29 апреленә тиклем эшләй.

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителгән

Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков асты. «Тамға» конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо. Ул киләсәктә камиллаштырыласаҡ, яңы номинациялар барлыҡҡа киләсәк"-тип билдәләне ул.
Был сара "Түңәрәк өҫтәл " формаһында милли китапханала дауам итте.Республика Башлығы хакимиәте исеменән күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.
Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла бар ине. Ул барыһын да: «Хәйерле көн, дуҫтар!» тип, башҡортса сәләмләне һәм башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән «Тамға» конкурсында ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе.

#МиллиКейемКөнө2022
#МиллиКейемКөнө2022
Автор:
Читайте нас: