+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2022, 12:00

Өфө сәнғәт училищеһына – 100 йыл

Өфө сәнғәт училищеһы — 1922 йылда Башҡорт музыка техникумы булараҡ асыла. 1926 йылда «Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумы» итеп үҙгәртелә, ә 1936 йылда ике үҙаллы уҡыу йортона бүленә: Өфө музыка училищеһы һәм театр-художество училищеһы итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был уҡыу йорттары ябыла. Тулыраҡ -  Был иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған Өфө сәнғәт училищеһының (колледжы) һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыусыларҙың күргәҙмәһе 19 апрелдә Профсоюздар йортонда (Киров урамы, 1, фойеның 2-се ҡатында) асыла.

1960 йылда Өфө сәнғәт училищеһы яңынан асыла һәм бөгөнгө көнгәсә үҙ эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә. Уның музыка һәм сәнғәт бүлектәрендә фортепиано һәм вокал, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка инструменттары, эстрада музыкаһы һәм сәнғәттең бер нисә төрө буйынса белгестәр әҙерләнә. Училищены тамамлаусыларға балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, хор, ансамбль һәм оркестр артисы, ижади коллектив етәксеһе, концертмейстер, рәссам, скульптор, дизайнер, декоратив-ғәмәли сәнғәт рәссамы, театр һәм кино рәссамы, рәссам-бутафор һөнәри квалификациялары бирелә.

Был уҡыу йортон тамамлаусылар араһында билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре: башҡорт театр әһелдәре Арыҫлан Мөбәрәков менән Зәйтүнә Бикбулатова, рәссамдар Борис ДомашниковӘхмәт Лотфуллин, шағир һәм драматург Рафаэль Сафин һәм башҡа бик күп сәнғәт эшмәкәрҙәре бар. Училище менән Вячслав БеляковВәли ҒәлимовҠасим ДәүләткилдеевМоисей ЗайдентрегерВәлиулла Мортазин-ИманскийМиләүшә Мортазина, Г. З. Сөләймәнова, Михаил Фоменковтарҙың остазлыҡ эшмәкәрлеге бәйле.

https://ba.wikipedia.org/wiki/%D3%A8%D1%84%D3%A9_%D1%81%D3%99%D0%BD%D2%93%D3%99%D1%82_%D1%83%D1%87%D0%B8%D0%BB%D0%B8%D1%89%D0%B5%D2%BB%D1%8B

Өфө сәнғәт училищеһына – 100 йыл
Өфө сәнғәт училищеһына – 100 йыл
Автор:
Читайте нас: