+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
6 Апреля 2022, 05:37

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Әҙилә Кәлимуллина Гран-при яулауы менән ҡотлайбыҙ -

-

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Әҙилә Кәлимуллина "Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра" халыҡ-ара бейеүcеләр һәм хореографтар конкурс-фестивалендә «Халыҡ бейеүе» номинацияһында (профессиональ башҡарыусылар) Гран-при яуланы.

Әҙилә фестивалдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаева ҡуйған ике әҫәр тәҡдим итте: «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса «Бәхет ҡошо-Һомай» башҡорт бейеүе һәм «Нәркәс» башҡорт бейеүе.

Фестивалдең жюри ағзалары шулай уҡ балетмейстер эшен билдәләне, Йәмилә Бикбаева «ҡуйыусы хореограф» номинацияһында (профессиональ башҡарыусылар) Гран-при яуланы.

https://kulturarb.ru/ba/news/f%D3%99jzi-%D2%93%D3%99sk%D3%99rov-isemend%D3%99ge-ansambl-beje%D2%AFsel%D3%99re-haly%D2%A1-ara-festivald%D3%99-e%D2%A3e%D2%AF-yaulany

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Әҙилә Кәлимуллина Гран-при яулауы менән ҡотлайбыҙ -
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Әҙилә Кәлимуллина Гран-при яулауы менән ҡотлайбыҙ -
Автор:
Читайте нас