+19 °С
Облачно
Новости
6 Апреля 2022, 10:00

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була -

-

25 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә була. Был хаҡта Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Зилә Баймырҙина хәбәр итте.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов (1932-1977) башҡорт әҙәбиәте тарихында айырым урынды биләй. Үҙенең ижадында ул тормош мәғәнәһе, халыҡтың тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше, туған теле һәм мәҙәниәте хаҡында уйланды, башҡорт халыҡ-шиғриәт ижадына йыш мөрәжәғәт итте. Рәми Ғариповтың иң билдәле шиғыры — «Туған тел». Рәми Ғарипов властар яғынан эҙәрлекләүгә дусар булды. Шағир нәфис тәржемә оҫтаһы булараҡ та билдәле.

2022 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән республикала шағирҙың 90 йыллығы билдәләнә. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы республикала ошо әһәмиәтле дата менән тап килде.

«Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә…» тип аталған кисәлә республиканың билдәле артистары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм поэмалары яңғырай. Башҡорт композиторҙары Рафиҡ Сәлмәнов, Роза Сәхәүетдинова, Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов, Хөсәйен Әхмәтов һәм Байрас Абдуллиндың шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын йырсылар Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡара.

Кисәнең режиссеры — Сулпан Асҡарова, сценарий авторы — Гөлсәсәк Саламатова.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-04-05/v-ufe-sostoitsya-torzhestvennyy-vecher-k-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova-2757462

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була -
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була -
Автор:
Читайте нас