-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2022, 18:43

Радий Хәбиров Еңеү байрамы сараларын Совет майҙанында үткәрергә ҡушты

-

Был турала республика етәксеһе бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә барған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

30 мартта комиссия Совет майҙанындағы эштәр барышы менән танышты.

«9 майға Совет майҙанында саралар әҙерләүегеҙҙе һорайым. Мәҙәниәт министрлығы район башлыҡтары менән эш алып бара», — тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы йәнә бер тапҡыр Республика көнөнә Өфөлә Рәсәй Геройы, Башҡорт атлы дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылырға тейешлеген билдәләне.

«Алдан һөйләшкәнсә, был эштә ҡатнашыусыларҙың барыһынан да 11 октябргә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыуҙарын һорайым. Байтаҡ ваҡыт үтте, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Был эш менән абруйлы скульптор Салауат Щербаков шөғөлләнә», — тине Радий Хәбиров.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-04-04/radiy-h-birov-e-e-bayramy-saralaryn-sovet-may-anynda-tk-rerg-ushty-2755507

Радий Хәбиров Еңеү байрамы сараларын Совет майҙанында үткәрергә ҡушты
Радий Хәбиров Еңеү байрамы сараларын Совет майҙанында үткәрергә ҡушты
Автор:
Читайте нас