Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Фәрит Әхмәҙиевтың (авторҙашы Ольга Мусина) пьесаһы буйынса «Герой йондоҙо» спектакленең репетициялары бара.
Спектакль легендар летчик-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Премьера 2022 йылдың 6-7 майында күрһәтелә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, ҡуйыусы рәссамы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева.