«Баҡалы районы гәзите» төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан 20 ауыл араһында еңеүҙе Мостафа ауылы яулаған. Был төйәктә айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылған кешеләр йәшәй, иң креатив саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, шәмбе, 26 мартта, бер нисә өлөшкә бүленгән ҙур байрам үткән. Ауылға ингән ерҙә биләмә башлығы А.Н. Халиҡова етәкселегендәге ойоштороу комитеты ҡунаҡтарҙы — район хакимиәте етәксеһе урынбаҫарҙары О.А. Ефимованы, Р.З. Хәйҙәрованы, И.Ә. Ғиззәтуллинды, район Советы секретары З.С. Зыязетдинованы, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Г.Р. Закированы ҡаршы алған. Барыһын да айырыуса башҡорт милли кейемендәге һыбайлылар хайран ҡалдырған. Ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы алдында сараның рәсми өлөшө булған — сығыштар, бүләкләүҙәр концерт номерҙары менән аралаштырылып алып барылған. Байрамға эргә-тирәләге ауыл хакимиәттәре етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә килгән, мостафалар үҙҙәре дәррәү йыйылған. Биләмә йыр-моңдан гөрләп торған, уңған хужабикәләр һәр кемде ҡайнар самауыр сәйе, ҡоймаҡ һәм башҡа тәм-том менән һыйлаған.
Мәҙәниәт йорто фойеһында урындағы ҡул оҫталары яһаған әйберҙәрҙән күргәҙмә ҡуйылған, экспонаттар төрлөлөгө менән һоҡландырған. Ошонда уҡ Мостафа халҡының тормош-көнкүреше, хеҙмәттәре тураһында фильм күрһәтелгән. Артабан ҡунаҡтар ауылда былтыр асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараған, янғын часы бинаһы янында иһә хеҙмәткәрҙәр менән аралашҡан, техник тәьминәт, эштәге мәсьәләләр тураһында һорашҡан. Планға ярашлы, артабан урта мәктәптә булғандар. Мәғариф учреждениеһы директоры Г.Р. Хафзетдинова белем биреү эшмәкәрлеге, уҡыусыларҙың, педагогтарҙың уңыштары, спорт йәһәтенән, шул иҫәптән милли көрәштәге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт биргән. Башланғыс мәктәп бинаһында ҡунаҡтар сағыу Науруз байрамы шаһиты булған. Мәктәп спорт залында иһә милли көрәш буйынса район ярыштары үткән. Унда утыҙ тирәһе спортсы көс һынашҡан. Күрһәтмә сығыштар ҙа булған.
Мостафа – бай тарихы, легендар шәхестәре, ҡунаҡсыл һәм уңған кешеләре менән данлы ауыл. Бында барыһы ла бер-береһен айыҡ тормошҡа әйҙәп, насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалап йәшәй. Йәш быуынды ла ошондай рухта тәрбиәләйҙәр. Мостафаларҙы хәҙер үҙ проектын республика кимәлендә яҡлау бурысы көтә. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
https://kurultai.ru/ba/