

Иглин районы Ләмәҙ ауылының мәҙәниәт йорто төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә бында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсы сиктәрендә «Ҡышҡы кистәрҙә йөн иләйбеҙ, йыл буйына кейенәбеҙ» тип исемләнгән кис ултырыу йолаһы үтте.
Ағинәйҙәр тәүҙә һарыҡ йөнө файҙаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән алмашты: «Һарыҡтың ите, йөнө, тиреһе — барыһы ла файҙалы. Борон йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымды һарыҡ менән түләгән. Малдың тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар», — тип уртаҡлашты ағинәйҙәр.
Ағинәйҙәр күмәкләшеп йөн тетте, ҡайһылары йөн иләне, сиратылған йөндө йомғаҡҡа ураны. Йомаҡтар ҡойоп, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтешеп, бергәләшеп «Сылбыр» уйынын да уйнап алдылар.
Милләтебеҙҙең рухи хазинаһын һаҡлау маҡсатында, онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү — мәҙәниәт йортонда үткән матур йоланың төп маҡсаты булды, ти ләмәҙҙәр.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ТрезвоеСело2021 #АйыҡАуыл2021 #Иглинскийрайон #ИглинРайоны