Ысын мәғәнәһендә республиканың бренды, ғорурлығы һәм легендаһы - Нәзифә Кадирова - Рәсәйҙең һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Ул ғүмер буйы Тыуған иленә тоғро булып ҡала, уны төрлө телдәрҙә тере тауыш менән генә данлай, ҡайһы берҙә меңләгән залдарға микрофонһыҙ ҙа.
15 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Нәзифә Ҡадированың «Күңел моңо» исемле концерты була. Сара уның ижади эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға арнала.
Йырсының һәр сәхнәгә сығыуы - тамашасылар өсөн ысын байрам. Ул залда йылы мөхит булдыра, ә ҡеүәтле аура, йырсының таланты һәм һөнәри оҫталығы барыһын да хайран ҡалдыра!
Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев ҡатнаша.
https://kulturarb.ru/