16-30 мартта Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбенең 30 уҡыусыһы һәм дүрт оҙатыусыһы Башҡортостан Республикаһында булды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Уҡыусыларҙы һәм оҙатып йөрөүселәрҙе Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштырҙылар, унда улар көн һайын санатор-курорт дауаланыу, һауыҡтырыу процедуралары үтте. Төштән һуң ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар, Өфө театрҙарына һәм музейҙарына, хоккей матчына һәм «Йәшлек-Хаус» йәштәр йортонда төрлө активистар менән осрашыуҙар, иҫтәлекле урындарға сәфәрҙәр менән киң мәҙәни-ағартыу программаһы әҙерләнгәйне.
23 мартта ҡунаҡтар Өфөнөң Дим районында, атап әйткәндә, 104-се мәктәптә булды. Ул да балаларҙың туған мәктәбе кеүек легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Балалар өсөн мәктәп буйлап таныштырыу экскурсияһы ойошторолдо, йәш категорияларын иҫәпкә алып, әүҙемлек нөктәләре һәм ижади оҫталыҡ кластары ойошторолдо. Улар бергәләп фотосессияла, «Мәңгелек дуҫлыҡ» флешмобында ҡатнашты, «Дуҫлыҡ» башҡорт бейеүе элементтарын өйрәнде, легендар «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.
Уҡыусылар менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева осрашты. Ул артабанғы емешле хеҙмәттәшлектең юғары потенциалын билдәләне, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тыныс күк йөҙө теләне һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
https://www.bashinform.ru/