График һүрәттәр яҡынса 20 мең йыл элек төшөрөлгән. Яңы һүрәттәр махсус ҡорамалдар ярҙамында асыҡланды, уларҙы ябай күҙ менән күреп булмай, ти “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни музейы ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов.
Эштәр мәмерйәгә зыян килтермәй. Белгестәр ҡулдары менән стенаға ҡағылмай, төшөрөп алынған фотолар компьютерҙа эшкәртелә, артабан тикшереү алып барыла.
https://bash.news/bash/news/173329-shulgentash-memeryekhende-er-yany-khuretter-tabyldy