0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
24 Марта 2022, 10:00

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы төҙөкләндерелә

Бина генерал-майор Капитон Слотов бойороғо буйынса 1860 йылдарҙа төҙөлгән. 1923 йылда йорт республиканың эске эштәр халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға бүләк ителгән. Тулыраҡ - 

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы төҙөкләндерелә.  Яңы күпер урамындағы ике ҡатлы йорт тарихи-архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Реставрация проектын Ырымбурҙан «Рона» компанияһы эшләгән, тип хәбәр итте Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Йыл аҙағына музейҙы проектҡа ярашлы итеп үҙгәртеү планлаштырыла. Хәҙер «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бинаны капиталь ремонтлау өсөн аукцион бара. Һатыулашыу һөҙөмтәләре март аҙағында билдәле була. Объект 2022 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Бина генерал-майор Капитон Слотов бойороғо буйынса 1860 йылдарҙа төҙөлгән. 1923 йылда йорт республиканың эске эштәр халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға бүләк ителгән. 1960 йылға тиклем уның ғаиләһе шунда йәшәгән. 1961 йылдан йортта балалар китапханаһы булған. 1991 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей асылған.

Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 28 йыл ғына (1896-1924) йәшәһә лә, исеме республика йылъяҙмаһына яҙылған. Ул бик ҡатмарлы тарихи осорҙа йәшәгән һәм эшләгән, республика дәүләтселеген булдырыу эшен алып барған, тыуған Башҡортостаны сәскә атһын өсөн бөтә көсөн, ғүмерен биргән. Шәһит Хоҙайбирҙиндың Башҡорт телен тормошҡа ашырыу буйынса комиссия рәйесе булараҡ та хеҙмәте ҙур. Ул башҡорт теленә республиканың дәүләт теле статусын биреү буйынса күп эш башҡарған. Мөһим дәүләт эштәре менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, әҙәби ижад өсөн дә ваҡыт тапҡан. Бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған әҫәрҙәрендә Башҡортостандың ысын патриоты булып сығыш яһаған.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-03-22/f-l-sh-it-ho-aybir-indy-yort-muzeyy-t-kl-nderel-2738071

 

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы төҙөкләндерелә
Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы төҙөкләндерелә
Автор:
Читайте нас