+13 °С
Дождь
Новости
23 Марта 2022, 06:00

Башҡортостанда "Үлемһеҙ полк" акцияһының ниндәй форматта үтәсәге билдәле булды.

Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостанда "Үлемһеҙ полк" акцияһының ниндәй форматта үтәсәге билдәле булды.Башҡортостанда "Үлемһеҙ полк" акцияһының ниндәй форматта үтәсәге билдәле булды.
Башҡортостанда "Үлемһеҙ полк" акцияһының ниндәй форматта үтәсәге билдәле булды.

Быйыл Үлемһеҙ полк маршы традицион форматта була. Бындай ҡарар 22 мартта «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәте төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында ҡабул ителде. Сара республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һәм «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов рәйеслегендә уҙҙы.

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарын төҙөй башлау өсөн берҙәм  сиктәр билдәләнде (10.00 – 11.00), Дөйөм республика тынлыҡ минуты (11.00 – 11.12), Колонналар хәрәкәте башланған осор (11.12 – 13.00). 

Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы - йыл һайын, Башҡортостанда 2014 йылдан уҙғарыла. Пандемияға бәйле, 2020 һәм 2021 йылдарҙа акция онлайн-форматта уҙғарылды.

      https://www.bashinform.ru/

Автор:
Читайте нас