+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2022, 11:01

"Наурыҙ" - күп халыҡтарҙың боронғо календарь байрамдарының береһе.

Башҡортостанда беренсе «Наурыҙ» байрамы 2001 йылдың 24 мартында билдәләнә. Шул ваҡыттан алып байрам Өфөлә йыл һайын яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта йәки уға яҡын көндәрҙә уҙғарыла. Шатлыҡ һәм изге эштәр байрамы тип аталған байрам быйыл ҡасан һәм ҡайҙа үтәсәк, ниндәй прогграмма көтә өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын? -

"Наурыҙ" - күп халыҡтарҙың боронғо календарь байрамдарының береһе.
"Наурыҙ" - күп халыҡтарҙың боронғо календарь байрамдарының береһе.

27 мартта Өфөлә «Наурыҙ» - яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге байрамын билдәләйҙәр. Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә «ЕврАзия» агропаркы майҙанында башлана. Адресы: Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 21.

Байрам ҡунаҡтары республика территорияһында йәшәүсе халыҡтар менән яҡынданыраҡ таныша аласаҡ. Башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, дағстандар, ҡаҙаҡтар милли мәҙәниәтен күрһәтәсәк. Улар милли ихаталар-тирмәләр ҡора. Һәр ихатала милли аш-һыуҙан торған өҫтәлдәр урынлаштырыласаҡ. Теләгән һәр кемде байрамдың төп ризыҡтарының береһе - былау менән һыйлайҙар.

Ҡунаҡтарҙың спорт уйындарында һәм ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Мауыҡтырғыс ярыштар «Батырфест» милләт-ара фестивале барышында Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына уҙғарыла. Сарала ҡатнашыусылар мас-рестлингта, уҡтан атыуҙа, суҡмар ташлауҙа, таштарҙы махсус подиумға күтәреүҙә һәм башҡа дисциплиналарҙа көс һынаша.

Фестивалдең йәш ҡунаҡтары өсөн милли уйындар ойошторола. Әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә. Шулай уҡ төрлө халыҡтарҙың милли йыр-бейеүҙәренән торған байрам концерты була. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың бөтә милли-мәҙәни берләшмәләре үҙҙәренең программаһын әҙерләй.

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте, Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм республиканың милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары.

     https://www.bashinform.ru/

 

Автор:
Читайте нас: