+15 °С
Дождь
Новости
22 Марта 2022, 08:10

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында үҙенсәлекле бәйге уҙғарылды - райондың биш ауылы килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты.

Килендәр һәм ҡәйнәләр милли ризыҡ, ҡул эштәре, ижади номер күрһәтеү һынауҙарын үтте.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында  үҙенсәлекле бәйге уҙғарылды -  райондың биш ауылы килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты.Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында  үҙенсәлекле бәйге уҙғарылды -  райондың биш ауылы килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында үҙенсәлекле бәйге уҙғарылды - райондың биш ауылы килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты.

Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында ҡәйнә һәм килен булып төшкән гүзәл заттар өсөн үҙенсәлекле конкурс уҙғарылды. Ярышта биш ауыл вәкилдәре көс һынашты. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә ойошторолдо. 

Арҡаһынан һөйөп шәл ябындырыу, изге теләктәр теләү. «Ҡәйнәләр һәм килендәр» конкурсын ҙур байрамға әйләндереп туйҙың икенсе көнөнә үткәрелә торған килен һөйөү йолаһы сәхнәләштерелде. Бәйгелә Бөрйән районының биш ауылы килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты. 18-е тулған Нурзилә Мөхәмәтйәнова иң йәш ҡатнашыусы. Ул бер ай элек кенә Ҡолғона ауылында йәшәүсе Айытбаевтар ғаиләһенә килен булып төшкән.

- Киленемде үҙем үҫтереп алдым, бәләкәй сағында уҡ ваҡытында прививкаларын һалып, сирләгән саҡта дауаланым, - ти Миңзиә Исламова. Берәтәк ауылында ул фельдшер булып 40 йыл эшләй, ә ҡәйнә булғанынан 20 йылдан ашыу.

Әбделмәмбәт ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабын еңеп, республика кимәленә сыҡҡан. Бәйге сиктәрендә генә түгел, ә ғәҙәттәгесә, урындағы халыҡ ҡышҡы уйындар, йола сәйҙәре, шашка буйынса ярыш һәм башҡа саралар үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтә. «Ҡәйнәләр һәм килендәр» сараһына әйләнеп ҡайтҡанда, конкурсанттар милли ризыҡ, ҡул эштәре, ижади номер күрһәтеү һынауҙарын үтте.

Ҡыпсаҡтар айыҡ тормошто хуплап, заман сиренә ҡаршы көрәшкә ауыл халҡы менән берҙәм ҡушыла. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, уларҙы йолаларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелекте бөтөү өсөн ярайһы уҡ эш башҡарылған.

     Әлфинә Килдейәрова
 
       Б. Тимерғәлиев фотолары.
Автор:
Читайте нас