Ошо йәһәттән районыбыҙҙың 12 ауыл биләмәһенең иң-иңдәре район кимәлендә уҙғарылған ”Үҫәргән батыры” бәйгеһенә майҙан тоторға Вәзәм ауылына йыйылды.
Бәйге шарттары буйынса улар:
1. Сыбыртҡы шартлатыу, 2. Сыбыртҡы менән сәпкә тейҙереү, 3. Уҡтан атыу, 4. Суҡмар ырғытыу, 5. Һөнгө ташлау, 6. Ат егеүҙә көс һынаштылар.
Беҙҙең Әбеш ауылынан Тимур Килдебаев ҡатнашты.
Әбеш һәм Вәзәм егеттәре арҡан тартышып, тәгәрмәс тәгәрәтеп, машинаны арҡан менән урынан күсереп, ат санаһына ҡаршы команданы ултыртып һөйрәп ярыштылар.
#Трезвоесело2021
#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#КультураХайбуллы
#АбишевскийСДК