Краснохолмский ауылының «Нефтсе» мәҙәниәт йорто директоры Надежда Пята әйтеүенсә, был коллективтың сикләүҙәрҙән һуң ошондай күләмле сарала тәүге сығыш яһауы.
Изоляция осоронда ҡалаҡта уйнаусылар театры онлайн эшләгән һәм ике тапҡыр дистанциялы конкурстарҙа гран-при яулаған. "Коллективта ҡатнашыусыларҙың йәше 9 йәштән 14 йәшкә тиклем. 15 артист төп составта шөғөлләнһә, бишәүһе - әҙерлек төркөмөндә", - ти Надежда Дмитриевна.
Шуны билдәләп үтәйек: НТВ телеканалының «Таланттар иле» исемле яңы проекты Рәсәй халыҡтарының Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына арналған.
Шоуҙың үҙенсәлеге шунда, ул халыҡ ижадына йүнәлгән.
«Холмичи» ҡалаҡ һуғыусылар театрының сығышы менән тапшырыу Мәскәү ваҡыты менән 21:00 сәғәттә башланасаҡ.
Нурзиә Хәсәнова.
Белещмә өсөн:
Уникаль коллектив үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Уның тәүге етәксеһе Нина Белобородова булған. 2001 йылда ҡалаҡ һуғыусылар театрын уның уҡыусыһы Анатолий Митрошин етәкләй. 2021 йылдан - уның уҡыусыһы Максим Егоров. 2002 йылдан "Холмичи"ла уйнаусылар "Өлгөлө" исемен йөрөтә, 2015 йылдан - "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы".