-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2022, 08:00

Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына

«Көнбайыштан килгән чайлдфри идеологияһы Рәсәй йәштәре араһында киң таралды, – ти Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев. – Уның нигеҙендә – ғүмерҙең мәғәнәһен ғәмһеҙ, үҙ ихтыяжыңды ғына ҡәнәғәтләндереп йәшәүгә ҡайтып ҡалған гедонизм философияһы. Чайлдфри идеологияһының таралыуы илебеҙҙәге дәүләт сәйәсәтенә ҡаршы килә, йәмәғәт институттарының деградацияһына һәм депопуляцияға килтерә». Тулыраҡ - 

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Балаларҙы һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән яҡлау тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерергә йыйына. Халыҡ һайланыусылары балалар һәм үҫмерҙәр араһында чайлдфри идеологияһын таратыуҙы тыйырға теләй. Яҡын арала тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе һүҙҙәренсә, төп маҡсат – йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен булдырыу һәм нығытыу. Федераль закон проекты Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советына ҡарауға тәҡдим ителде.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-03-15/bash-ortostan-balalar-ara-ynda-chayldfri-ideologiya-y-taratyu-y-tyyyr-a-yyyyna-2728499

Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына
Башҡортостан балалар араһында чайлдфри идеологияһы таратыуҙы тыйырға йыйына
Автор:
Читайте нас