+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2022, 14:46

Өфөлә өс көнгә иҫәпләнгән «Сөләймәнов көндәре» башланды.

Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә, уны киң тамашасыға еткергән күренекле фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың ҙур эштәре баһалана. 

Өфөлә өс көнгә иҫәпләнгән «Сөләймәнов көндәре» башланды.
Өфөлә өс көнгә иҫәпләнгән «Сөләймәнов көндәре» башланды.

Өс көнгә иҫәпләнгән сара күренекле фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бөгөн ул тантаналы рәүештә асылды. Ғалимдың фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары, уның тормош һәм ижад юлы барланды.

Студенттар «Урал батыр» эпосын тасуири һөйләп кенә ҡалмай, образға ла инә. Күҙ алдына килтереп башҡарғанда ғына башҡорт халыҡ мираҫы нескәлегенә төшөнөргә була, ти улар.

Сараның тап фольклорға нигеҙләнеп ойошторолоуы осраҡлы түгел. Уның артында күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәновтың оло хеҙмәте ярылып ята. «Сөләймәнов көндәре» лә фольклорсының тыуған көнө уңайынан ойошторолдо. Осрашыуҙың тәүге көнөндә Әхмәт Мөхәмәтвәли улының тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды.

Башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә, уны киң тамашасыға еткергән ҙур эштәре айырым баһаланды. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан ашыу монография, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарына дүрт тиҫтәләп уҡыу әсбабы авторы. Тап ул әкиәт жанрын фәнни күҙлектән тикшереүгә өлгәшә.

Бөгөн Әхмәт Сөләймәновтың фәнни хеҙмәтен үҫеп килеүсе быуын өйрәнә. Уның эштәре нигеҙендә ойошторолған ғилми конференция, махсус уҡыуҙар ошо хаҡта һөйләй. «Сөләймәнов көндәре»ндә лә төрлө осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәл, ғалимдың уҡыусылары менән фекер алышыуҙар көтөлә.

     Азат Ғәлиуллин

     https://bash.news/bash

Автор:
Читайте нас: