+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2022, 13:01

Бөгөн Бөрйәндә Беренсе "Ижади майҙан" үтә

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөгөн «Ижади майҙан» тип аталған беренесе күсмә сара уҙғара - 

Уның сиктәрендәге семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итәсәк.

«Беренсе семинарҙы нәҡ Бөрйәндә — Көньяҡ Уралдың «йөрәгендә», Шүлгәнташ мәмерйәһе, тауҙар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған яҡта — үткәреү ҙур мәғәнәгә эйә.

«Маҡсатлы аудиторияға башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ ҡиммәттәрен нисек еткерергә?» — был тематик йыл саралары планын төҙөгәндә төп һорау булды. Ун йүнәлештең һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтенән айырым өлөштө алып тора.

Быуаттар мираҫы музей экспонаты түгел, ул заманға ҡулайлашып, мәҙәниәттә, мәғарифта, фәндә яңы үрҙәргә нигеҙ булырға тейеш.

"Бөрйәндәге семинар район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн йүнәлтелгән — нәҡ улар ошо өлкәлә халыҡ менән туранан-тура эшләй. Бындай семинарҙарҙы йыл дауамында үткәрәсәкбеҙ һәм унан һуң да дауам итербеҙ тип ышанам. Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары кеүек үк, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы ла рухыбыҙҙы нығытыуға тос өлөш индерер. Был йәһәттән үҙ эшен яратып, фиҙакәрлек менән башҡарған район, ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә таянабыҙ - әлеге семинар тап улар өсөн", — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

«Кинематография» йүнәлеше аудиторияһында урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп телестудтялары тәрбиәләнеүселәре буласаҡ. Әҙәбиәт кластарында ҡатнашҡандар журналистика нигеҙҙәренә, һүҙмә-һүҙ грамоталы тәржемә итергә өйрәнәсәк. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән эшләү, уларҙа яҙыу һәләтен үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк. Театр яратыусылар һәм профессионалдар өсөн айырым оҫталыҡ кластары уҙғарыу планлаштырылған. Үҙешмәкәрҙәр театрының әһәмиәте ҙур, ул — таланттарҙы асыу мөмкинлеге. «Урал батыр мәктәбе» проектында, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте әүҙемселәре, йәштәр менән осрашыуҙарҙа иһә рухи-әхлаҡи тәрбиә ысулдары ҡараласаҡ.

Бөгөн Бөрйәндә Беренсе "Ижади майҙан" үтә
Бөгөн Бөрйәндә Беренсе "Ижади майҙан" үтә
Автор:
Читайте нас: