+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
14 Марта 2022, 08:00

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бер ауыл тарихы» проектында уҙған быуатта яҙып алынған музыкаль фольклорға арналған рубрика эшен башлай.

“Һәр сығарылышҡа әҙерләнгәндә, мәғлүмәт йыйыу өҫтөндә эшләгәндә, көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш райондарҙың музыкаль-шиғри мираҫ күҙлегенән  йүнләп өйрәнелмәүенә иғтибар иттек. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы архивтарында бер нисә район буйынса фольклор яҙмалары бөтөнләй  юҡ. Мәҫәлән, Шаранда. Был тамъян, йылан, ҡырғыҙ ырыуҙары башҡорттары йәшәгән биләмә бит. Ағымдағы йылдың март айынан беҙ махсус рубрика асабыҙ, унда халыҡ йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрҙе үҙенсәлекле башҡарыусылар һәм уникаль өлгөләр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Һис шикһеҙ, тапшырыуҙарҙы төшөргәндә фольклор коллективтарының сығышын яҙҙырасаҡбыҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙенсәлекле булһа ла, заманса фольклор. Беҙгә  иһә үткән быуаттың яҙмалары кәрәк ине”, - ти проекттың авторы  Гүзәл Хәмитова. Тулыраҡ - 

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бер ауыл тарихы» проектында уҙған быуатта яҙып  алынған музыкаль фольклорға арналған  рубрика эшен башлай.Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бер ауыл тарихы» проектында уҙған быуатта яҙып  алынған музыкаль фольклорға арналған  рубрика эшен башлай.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бер ауыл тарихы» проектында уҙған быуатта яҙып алынған музыкаль фольклорға арналған рубрика эшен башлай.

“Тапшырыуҙа уникаль яҙмалар хаҡында мотлаҡ һөйләйәсәкбеҙ. Артабан аудиоформатты һәм ноталарҙы  Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының фольклор фондтарына ғалимдарҙың артабанғы эше өсөн тапшырасаҡбыҙ”, - ти  Гүзәәл Хәмитова.

Ғаилә архивтарында бөгөн дә аудиояҙмалар һаҡлана, уларҙа халыҡ йырҙарын, инструменталь көйҙәрҙе башҡарыусылар теркәлгән. Беҙгә шул яҙмаларҙы ебәрә алаһығыҙ. Проекттың төркөмө менән ВК биттәре аша бәйләнешкә инергә мөмкин - https://vk.com/public210136997, ОK https://ok.ru/group/58716698509326 и Телеграмм-каналда  https://t.me/+r2lSOnxI0voxOTZi

Билдәләп үтергә кәрәк, ижади проект БЮТ каналы эфирында 2020 йылдан алып барылды, ә  беренсе музыкаль фильм - Башҡортостандың  Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауылы тарихы.

     

#ВсемирныйКурултайБашкир #ҡоролтай #курултай #Башкиры #Традиции #Культура #ИсторияОдногоСела
 
Автор:
Читайте нас