+10 °С
Облачно
Новости
13 Марта 2022, 11:00

Балет йондоҙо Эмма Тимерғазина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

1947 йылда опера һәм балет театры алдында Ленинградтағы хореография училищеһына уҡыусылар йыйыуҙары тураһында иғлан күреп ҡала. 200 бала араһынан һайлап алынған 20 уҡыусы араһында Эмма ла була.

Балет йондоҙо Эмма Тимерғазина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.Балет йондоҙо Эмма Тимерғазина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Балет йондоҙо Эмма Тимерғазина Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Дәүләт наградаһы уға 65 йыллыҡ ижад юлына бағышланған концертта тапшырылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән юбилей тамашаһында уның яҡташтары, уҡыусылары, сәнғәт әһелдәре ҡатнашты.

9 йәшендә саҡта бер туған апаһы уны кинотеатрға «Балерина» нәфис фильмын ҡарарға алып бара. Үҙе әйтеүенсә, шунан алып уға балет сире йоға һәм ғүмерлеккә. 1947 йылда опера һәм балет театры алдында Ленинградтағы хореография училищеһына уҡыусылар йыйыуҙары тураһында күреп ҡала. 200 бала араһынан һайлап алынған 20 уҡыусы араһында Эмма ла була.

Балериналарҙың сәхнәләге ғүмере оҙон түгел. Әммә был Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙына ҡағылмай, тиергә була, сөнки ул бейеү менән 65 йыл бергә. 84 йәшлек ханым әле Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында уҡыта.

"Бында театрҙа солистар менән эшләнем, Силәбе өлкәһендә лә уҡыттым. Әле колледжда 3 синыф ҡыҙҙарын, 5 һәм 9 синыф малайҙарын уҡытам. Үҙ ғүмеремдә нисә баланы балетҡа өйрәткәнмендер, уның иҫәбен белмәйем. Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сәфиуллин кеүек хореографтарҙан белем алдым, йәштәрҙе лә шундай кимәлдә тәрбиәләргә тырышам", - ти Эмма Тимерғазина, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Балет оҫтаһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы Бүре ауылынан. Уға йәш ярым булғанда ата-әсәһе Өфөгә күскән. Концертта уның тыуған яғынан да вәкилдәр ҡатнашты.

«Щелкунчик»та Маша, «Баҡсаһарай фонтаны»нда Мария, «Аҡҡош күле»ндә Одетта-Одиллия - балерина сәхнәлә күп ваҡыт төп партияларҙа сығыш яһай. Тамашасылар бигерәк тә «Дон Кихот»тан Китри партияһы менән уйылып ҡалған. Спектаклдәрҙән һуң сәхнәлә ул мамыҡ һымаҡ осоп йөрөй тип әйтер булғандар.

«Һәр ваҡыт бейеүҙә» тип исемләнгән концертта уға дәүләт кимәлендәге юғары баһа- Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Шулай уҡ ҙур бүләк – сәхнәлә уның уҡыусылары бейене. Балерина һәм педагог тураһында китап нәшер ителә, шулай уҡ «Башҡортостан» киностудияһында документаль фильм төшөрөләсәк.

     Рәмилә Исмәғилева

     https://bash.news/bash

Автор:
Читайте нас