+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2022, 10:59

"Туғандар кеүек осраштыҡ!"

Башҡортостанда яҡташтарҙың тыуған яҡтарына ярҙамын маҡсат итеп ҡуйған "Атайсал" йәмәғәт проекты бик уңышлы эшләй. Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килгәйне. Программаның нигеҙендә шәхестәр ауылдаштарының, райондаштарының көнүҙәк проблемаларын хәл итә. Бала сағы Ырғыҙлы ауылында үткән, ошо яҡтарҙың саф һауаһын һулап үҫкән, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы тыуған ауылы Ырғыҙлыла булды. Тулыраҡ - 

“Былтыр тыуған ауылым Ырғыҙлылағы балалар бейеү коллективына милли кейемдәр бүләк иткәйнем. Ҡыҙыҡайҙар - уңған, коллективтың барлыҡҡа килеүенә бер йыл да тулмаған әле, улар 5 бейеү өйрәнеп тә өлгөргән. Туғандар кеүек осраштыҡ!” – ти Әминә Ивний ҡыҙы.

Ауыл мәҙәниәт йортона бүләккә - теген машиналары һәм бейеүсе ҡыҙҙарға милли сәхнә күлдәктәре алып килгән. Ауылдаштары хөрмәтле яҡташына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, эшендә уңыштар, һаулыҡ теләне.

Камил Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Ишмөхәмәтова флейтала, сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Дауыт Башаров фортепьянала уйнап сығыш яһанылар. Әминә Ивний ҡыҙы ла сәхнәгә сығып ауылдаштарына фортепьянола музыкаль әҫәрҙәрҙе уйнап ишеттерҙе.
Ауыл мәҙәниәт йортонда әүҙем эшләп килгән "Ағинәйҙәр" оҫта ҡулдар ойошмаһы апайҙары түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Проект сиктәрендә алынған бүләктәрҙең мәнфәғәтен күреп Ырғыҙлы ауыл йорто эше тағы ла гөрләһен. Уңыштар һеҙгә!

https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-153701839_22512%2Ffb2428d86e3657e687

 

"Туғандар кеүек осраштыҡ!"
"Туғандар кеүек осраштыҡ!"
Автор:
Читайте нас: