+19 °С
Облачно
Новости
11 Марта 2022, 04:00

"Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" - спорт-фольклор байрамы быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә

.

"Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" - спорт-фольклор байрамы быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә"Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" - спорт-фольклор байрамы быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә
"Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" - спорт-фольклор байрамы быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелә

Бөгөн, 11 мартта Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Һарғая ауылында урынлашҡан үҙәк утарында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2022" спорт-фольклор байрамы алтынсы тапҡыр үткәрелә. Сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай, уның географияһы киңәйә, ҡатнашыусылары артҡандан-арта бара, хәҙер ул республика кимәленә сыҡты.

Сараның маҡсаты - ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтте һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» туризмды үҫтереү, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлау йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә байрам.

"Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" байрамының программаһы  иҫ киткес ҡыҙыҡлы: унда арҡан тартыш, милли көрәш, ат сабыштырыу, уҡ атыу ярыштары буласаҡ. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы ла уҙасаҡ.

Автор:
Читайте нас