-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2022, 16:00

Дүртөйлөләр уны "беҙҙең Петр Дранга" тип йөрөтә

Баянсы Алмаз Ибраһимов: «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы - беҙҙең өсөн ҙур ярҙам

Дүртөйлөләр уны "беҙҙең  Петр Дранга" тип йөрөтә
Дүртөйлөләр уны "беҙҙең Петр Дранга" тип йөрөтә

Алмаз Ибраһимов Илеш районының Иҫке Ҡырғыҙ ауылында тыуған. Өфө педагогия колледжын һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 2019 йылдан Дүртөйлө ҡалаһының Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә баянсы, «Илһам» гармунсылар ансамбле һәм Дүртөйлө ҡалаһының һәм Дүртөйлө районының «Мираҫ» йыйылма инструменталь ансамбле етәксеһе булып эшләй. Талантлы артист «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә бирелгән 500 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булыусыларҙың береһе булды. 

Ибраһимовтарҙың  татыу ғаиләһендә  өс бала үҫә. Өлкәненә 9 йәш, ул музыка мәктәбенең хореография класында уҡый, уртаһынсыһына - 8 йәш, шунда уҡ баян класында белем ала,  ә кесеһенә майҙа 2 йәш кенә тула әле. 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2021 йылдан «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән һәм төбәк хөкүмәте булышлығында эшләй башланы. Башҡортостандың 49 ҡала-районынан 60 хеҙмәткәр сертификат алды ла инде.

Әйткәндәй, Алмаз Ибраһимовтың ҡулындағы моң түккән заманса уйын ҡоралын, баянын Италиянан «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә һатып алғандар,  ул ҡулдан яһалған һәм бик яҡшы яңғыраш сифатына эйә.

     https://www.bashinform.ru/ мәҡәләһенә таянып әҙерләнде.

Автор:
Читайте нас