+31 °С
Облачно
Новости
1 Марта 2022, 08:30

ХӘТЕР КИСӘҺЕ...

Күренекле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Салауат Низаметдиновҡа 65 йәш тулыр ине - 

ХӘТЕР КИСӘҺЕ...ХӘТЕР КИСӘҺЕ...
ХӘТЕР КИСӘҺЕ...

3 мартта Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында "Салауат Низаметдиновтың тормош һәм ижад биттәре" исемле әҙәби-музыкаль программа ойошторола. Был көндө күренекле композиторҙың дуҫтары, яҡындары һәм ижадын дауам итеүселәр йыйыла. Кисәнең әҙәби-музыкаль программаһында Салауат Низаметдиновтың төрлө йылдарҙа ижад ителгән музыкаль әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Уның иҫтәлегенә рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, «Алтын Барыҫ» халыҡ-ара премияһы лауреаты Ленар Бикмурзин, бик күп конкурстар лауреаты Светлана Мусина, шулай уҡ үҙешмәкәр артистар һәм коллективтар башҡарасаҡ.

     Башлана 14.00 сәғәттә, Киров урамы, 47 адресы буйынса.

     Бөтә транспорт төрҙәре менән «Витамин заводы» туҡталышына тиклем барырға.

     https://kulturarb.ru/

Автор:
Читайте нас