-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2022, 20:59

Республика этабына үткән 21 финалсы билдәләнде

27 февралдә Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үҙасаҡ. Сағыу сараға рухлы миләттәштәребеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Инеү бушлай. Тулыраҡ - 

Бәйгенең зона этабы онлайн-форматта республиканың ете зонаһында - Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙҙы.

Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән һәм өс кешенән дә кәм булмаған ғаилә ағзалары булған бөтә теләүселәр ҙә ҡатнаша алды. Бәйгеселәрҙең йәше сикләнмәне.
Жюри «Ғаилә ижады», «Ғаилә һөнәре», «Ғаилә ҡиммәттәре» номинациялары буйынса видеороликтар рәүешендәге ғаиләләрҙең ижади презентацияларын баһаланы. Республика этабына үткән 21 финалсы билдәләнде. Улар араһында жюри өс номинация буйынса еңеүселәрҙе һәм гран-при хужаларын билдәләйәсәк.

Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_47654

 

Республика этабына үткән 21 финалсы билдәләнде
Республика этабына үткән 21 финалсы билдәләнде
Автор:
Читайте нас