4-5 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың «Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза» әҫәре буйынса «Әсмә» спектакленең премьераһы була.
Ризаитдин Фәхретдинов (1859 — 1936) — ғалим-мәғрифәтсе, тарихсы, дин әһеле, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1922-1936 йылдарҙа мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты мөфтөйө. Ул бик күп хикәйәләр һәм повестар авторы, әммә уҡыусыларға бик аҙҙары ғына билдәле, ҡалғандары ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған йәки ғәрәп графикаһында баҫылған. Быға тиклем уның әҫәрҙәре сәхнәләштерелмәне.
Был әҫәр башҡорттар тураһында, персонаждар боронғо һәм бай тарихлы башҡорт халҡынан алынған, тип яҙған Ризаитдин Фәхретдинов «Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза» повесына баш һүҙендә. Повесть Шарлотта Бронтеның етем ҡыҙ Джейндың яҙмышын һүрәтләгән «Джейн Эйр» романына яҡын. Әҫәрҙең төп фекере шуға ҡайтып ҡала: милләтте үҫтереү өсөн тормоштоң бөтә ҡаршылыҡтарын еңгән Әсмә кеүек тәрбиәле, белемле, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк.
Башҡорт театры өсөн инсценировканы билдәле яҙыусы һәм драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған, режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәгә ҡуйған.
Әҫәр хәҙерге заманда бик актуаль яңғырай, уйланыуҙар һәм асыштар өсөн киңлек бар, тип иҫәпләй режиссер Зиннур Сөләймәнов.
Төп ролдә — Айым Сөләймәнова һәм Сабина Кирәева.
Автор:Ләйлә Аралбаева
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-02-24/m-afuri-isemend-ge-bash-ort-drama-teatry-rizaitdin-f-hretdinovty-kitaby-buyynsa-t-ge-spektakl-s-hn-l-shter-e-2705018