+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2022, 12:20

Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале үтәсәк

"Беҙҙең халыҡта имселәр байтаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ", - тиҙәр ойоштороусылар.

Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале үтәсәк
Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале үтәсәк

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ҡарамағында өс йыл инде Халыҡ дауалаусылары мәктәбе уңышлы эшләп килә. Уны ойошма рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлфинә Юламанова етәкләй.

«Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ойошма етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Гөлнур Ҡолһарина май-июнь айҙарында Урал аръяғы райондарының береһендә Халыҡ дауалаусылары фестивале уҙғарыласағын әйтте.

«Был беҙҙең традициялар, беҙҙең мәҙәниәт. Халыҡ имселәре төрлө хәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Үлән менән дауалағандар,ҡот ҡойоу, таш һалыу, һылау, һөлөк һалыу менән шөғөлләнгәндәр бар. Шунда уҡ оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Табиптарҙы, психологтарҙы саҡырабыҙ, тәжрибә алмашыу өсөн Алтай шамандары менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Йәштәрҙе йәлеп итергә йыйынабыҙ. Беҙҙең халыҡта имселәр байтаҡ. Үҫеп килгән быуын өсөн ошо традицияларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ», — тине Гөлнур Ҡолһарина.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-22/obschestvo-bashkirskih-zhenschin-provedet-festival-narodnyh-tseliteley-2702920

       Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас: