-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2022, 11:00

"Тай-тулаҡ" - Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙенсәлекле тамаша

.

"Тай-тулаҡ" - Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙенсәлекле тамаша
"Тай-тулаҡ" - Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙенсәлекле тамаша

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уникаль ярыш - аҫау атты менгегә өйрәтеү буйынса конкурс үтте.

Иҫке Сибай ауылы үҙенә ысын башҡорт батырҙарын йыйып, республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙенсәлекле тамаша ойошторҙо - бер нисә спорт ярышын үҙ эсенә алған "Тай-тулаҡ" милли уйынын үткәрҙе.Аҫау атты менгегә өйрәтеү, "Ауҙарыш" уйын-көрәше, "Мәргән уҡсы" ярыштары бер тынала үтеп китте, ул халҡыбыҙҙың милли спорт уйындарының һәм ярыштарының ни тиклем үҙенсәлекле булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Юғары кимәлдә үткән сараны "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды (етәксеһе ― Алмас Шөгөров) ойошторҙо, уны ойоштороуға Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте лә күп көс һалды.Милли спорт байрамы Рәсәйҙең Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына арналды һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үтте."Тай-тулаҡ" конкурсының партнерҙары булып БР Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Иҫке Сибай ауылы, "Элеватор" йәмғиәте сығыш яһаны.

Спорт байрамы "Мәргән уҡсы" ярышынан башланып китте.Традицион яндан уҡ атыу ярышында Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин, Сибайҙан Тимур Өмөтбаев һәм Хөрмәт Таһиров иң мәргәндәре булып танылды.Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөрйәндән Нәйлә Ишкилдина һәм Әлиә Ишморатова, Учалынан Динә Вәлиева еңеп сыҡты.Һыбай килеш уҡ атыуҙа Әбйәлилдән Рушан Хәсәнов, Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков һәм Ҡырмыҫҡалынан Асҡар Ишбирҙин иң етеҙҙәре һәм мәргәндәре булып танылды.

"Ауҙарыш" милли уйын-көрәшендә Бөрйәндән Илнар Салауатов һәм Хәбир Әхмәтшин, Хәйбулланан Рәсих Латыпов, Әбйәлилдән Батыр Әбүбәкиров һәм Нәзир Таһиров майҙан батырҙары булып танылды.

Иң төп бәйге - "Тай-тулаҡ" конкурсында Башҡортостандың Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Учалы, Әбйәлил, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан 23 команда ҡатнашты.3 кешенән

торған команда өйрәтелмәгән атты ауыҙлыҡлап, уға һыбай менергә һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөргә тейеш ине.Әйтергә кәрәк, ярыш иҫ киткес мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо.Бында "Ирәндек" фондынан Сергей Айсеновтың командаһы лайыҡлы рәүештә 1-се урынды яуланы.Бөрйәндән Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы 2-се урынды алды.Әбйәлилдән Дим Бүләкбаевтың командаһы 3-сө урынға сыҡты.Руслан Мирсаев командаһы дүртенсене яуланы.

"Ирәндек" фонды атты менгегә өйрәтеүселәр араһында видеоконкурс та иғлан иткәйне.Был ярышта Ғәҙелбайҙан Инйәр Йортбәков, Иҫке Сибайҙан Сергей Айсенов, Һәмәндән Әлмир Сабанбаев, Хәйбулланан Айгиз Тазетдинов призлы урындарға лайыҡ булды.Бынан тыш, ат өйрәтеүселәр башҡа номинацияларҙа ла билдәләнде.

Әйтергә кәрәк, "Тай-тулаҡ" милли-спорт байрамына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов юғары баһа бирҙе. "Тай-тулаҡ" милли-спорт байрамы хайран ҡалдырҙы, - тине Азат Шамил улы, - бының өсөн мин ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.Был сараны беҙ йыл да ойоштороуҙы маҡсат итеп алабыҙ һәм тейешле ярҙам да күрһәтәсәкбеҙ.Быйыл йәй Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивален дә ойошторасаҡбыҙ".

Һуңынан ул ярышта еңеүселәрҙе тәбрикләне, "Ирәндек" фондының эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.

Шуныһы һөйөнөслө, ярыштарҙа еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды, "Тай-тулаҡ"тың юғары кимәлдә ойошторолоуына хайран ҡалды.

Йәшә, башҡорт рухы, йәшә, башҡорт аты, йәшә, милли уйын-ярыштарыбыҙ!

     https://hakmar.ru/

 

Автор:
Читайте нас