беренсе тапҡыр бер майҙанда Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫын сағылдырған төрлө коллекциялар күрһәтелде.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары -Танһыҡҡужина Тамара Михайловна һәм башҡалар ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Азат Шамил улы Бадранов йылы сәләмләне:
- Хөрмәтле дуҫтар, байрам менән һеҙҙе ҡотлайым. Халыҡ-ара туған телдәр көнө бөгөн. Шулай Милли музейҙа Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған күргәҙмә асабыҙ.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина үҙенең телмәрендә:
- Туған тел көнөндә ойошторолған бөгөнгө күргәҙмә бер нәмә тураһында ғына һөйләй – миф йәшәй, ул мәңге йәшәйәсәк. – тине. - Уны барлыҡҡа килтергән халыҡ, ул беренсе тапҡыр яңғыраған туған тел, ата-бабаларҙың васыятын тотҡан замандаштар йәшәгәнсә. Сөнки миф – боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашын сағылдырған әҫәр генә түгел, ә киләһе быуындарҙы нисек йәшәргә, нисек яратырға, нисек эшләргә, нисек ғаилә ҡорорға, нисек Тыуған илде һаҡларға өйрәткән әхлаҡи программа ул. Был күргәҙмәгә балалар килһендәр, күрһендәр ине.
Учалы районынан Яҙгөл Нуретдинова “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Филология фәндәре кандидаты, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов сарала ҡатнашыусыларҙы күргәҙмә менән ентекләп таныштырҙы.
Күргәҙмә 21 мартҡа тиклем дауам итәсәк.
Шишәмбе - йома көндәре 11.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем. (Касса 17.00 сәғәткә ҡәҙәр эшләй). Шәмбе, йәкшәмбе: 11.00 - 17.30 (касса 16.30-ға тиклем эшләй). Дүшәмбе - ял көнө.
Билеттарҙы "Пушкин картаһы" буйынса ла алырға була.